Ҡайғылы хәбәр: Ашҡаҙар йылғаһында батҡан малайҙың кәүҙәһе табылған

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһында кисә эҙләй башлаған 12 йәшлек малайҙың, бишенсе класс уҡыусыһының кәүҙәһен водолаздар тапҡан һәм һыуҙан сығарғандар.

Ҡайғылы хәбәр: Ашҡаҙар йылғаһында батҡан малайҙың кәүҙәһе табылғанҠайғылы хәбәр: Ашҡаҙар йылғаһында батҡан малайҙың кәүҙәһе табылған
Ҡайғылы хәбәр: Ашҡаҙар йылғаһында батҡан малайҙың кәүҙәһе табылған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә кис малай һыу аҫтына китеп юғалған. Шаһиттар ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратып, ваҡиға тураһында белдергән. Эҙләү урынында баланың әсәһе лә булған.

Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас