Әбйәлилдә мобиль ФАП эшләй

Асҡар үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ эшен дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Әбйәлилдә мобиль ФАП эшләйӘбйәлилдә мобиль ФАП эшләй
Әбйәлилдә мобиль ФАП эшләй

Әбйәлил районының алыҫ ауылдарында уның йөрөүе «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булды.

Мобиль ФАП ауыл ерендә йәшәүселәргә башланғыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Унда беренсел ҡабул итеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар бар. Улар араһында-ҡан баҫымын үлсәү өсөн аппараттар, стетофонендоскоп, портатив электрокардиограф, ҡан гемоглобины кимәлен билдәләү өсөн анализатор, ҡанда глюкоза концентрацияһын үлсәүсе, автоматик дефибриллятор, үпкәләрҙе ҡулдан яһалма елләтеү өсөн системалар бар.

Йыл башынан алып күсмә фельдшер-акушерлыҡ пунктында Әбйәлил районының ауылдарына 40-тан ашыу сәфәр үткәрелгән. Дөйөм алғанда, 1400 кеше ҡабул ителгән.

Мобиль пункт тулыһынса автономлы. Ул күҙәтеү кабинеты, шулай уҡ бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай итеп, 100-ҙән кәмерәк кеше йәшәгән ауылдарҙа йәшәгән аҙ хәрәкәтсән граждандар йорт эргәһендә диспансеризация үтә ала.

Илгиз Килдейәров, Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы


Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас