

1945 йылдың 25 ғинуарында совет ғәскәрҙәренең фашистарҙы ҡыҫырыҡлауы көсәйә, һөжүм артынан һөжүм башлана. 26 ғинуарҙа Граукау ҡалаһын азат итергә бойороҡ бирелә. Бейек ҡар өйөмдәре аша ҙур яланды үткән саҡта дошман пуляһы уның бүрек ҡолаҡсының бер осон өҙөп, ҡолаҡ төбөнән шыжлап осҡанда еңелсә яралана. Бик ҡаты алышып, ҡаланан гитлерсыларҙы ҡыуып сығарып, һөжүмгә әҙерләнгәндә, совет ғәскәрҙәре урынлашҡан ерҙә немец снайперы шәйләнә. Уны юҡ итеү бурысы үҙенең мәргәнлеге менән дан алған Иҙрис Солтан улына йөкмәтелә. Ул тирә-яҡты байҡап сыға, унан һуң урман ситендә урынлашҡан йорттарҙы һаҡ ҡына күҙәтә башлай, урман ҡарауылсыһының бәләкәй генә өйөндә кемделер шәйләй. Дошман снайперы ошонда йәшенеп ятҡан, уға беҙҙең снайперҙы юҡ итеү бурысы ҡуйылған була. Мәргәнлектә совет снайперы еңә.
Һуғыш ҡанундары аяуһыҙ: йә һин уны, йә ул һине еңә. Дошман пуляһы уның һул күкрәгенә тейә. Госпиталдә операция ваҡытында хәрби табип хайран ҡала: яралының йөрәге бөтә кешенеке кеүек һул яҡта түгел, ә уң яҡта була. Шул арҡала Иҙрис бабай иҫән ҡала. Яраланғанға тиклем ул был турала белмәй. Унан һуң ғына иҫенә төшә: үҫмер саҡта тиҫтерҙәре менән бесәнлектә йоҡлағанда йондоҙҙарға ҡарап хыялланып ятҡанда бер егет:
– Ниндәй матур төн, күктә йондоҙҙар емелдәй, минең йөрәгем дөп-дөп тибә, – тигәнгә ул да йөрәген тотоп ҡарай, ләкин бер ни һиҙмәй аптырап ҡуя.
Фронтҡа китер алдынан комиссия үткәндә шәфҡәт туташының: «Һинең йөрәгең бөтә кешенеке кеүек һулда түгел, уң яҡта бит!» – тигән һүҙҙәренә иғтибар итмәй.
Совет ғәскәрҙәре Көнбайыш Европа илдәрен азат итеп, Берлинға барып етә. Бранденбург ҡапҡаһы алдында көсөргәнешле алыш ваҡытында яугирҙың күҙенә ниндәйҙер сәйер шәүлә ташлана. Шыуышып барып ҡараһа, яңы шытҡан йәшел үләндә йәш кенә немец һалдаты ятҡанын күреп, кем икәнен һорай (Иҙрис бабай немец телен дә аңлаған), штабҡа алып бара. Иң шатлыҡлы минуттары – «Катюша»ның залпынан һуң дәррәү һөжүмгә күтәрелеп, дошмандың ояһына барып инеүҙәре.
Совет ғәскәрҙәре Көнбайыш Европаны азат итә башлай: 9 май – Чехословакия, 16 июнь – Венгрия. Меңгә яҡын саҡрым ара үтеп, 17 июлдә Будапешт ҡалаһын азат итеп, бронетранспортерҙарҙа ҡала буйлап үткән еңеүселәрҙе икмәк-тоҙ, алма менән ҡаршы алалар. Һалдаттар йылмайып рәхмәт әйтә, һыйҙан баш тарталар, сөнки уларға рөхсәт итмәйҙәр. Венгрияны азат иткәндән һуң, башҡорт егете һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә, 1945 йылдың ноябрендә генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Батыр снайпер Ҡыҙыл байраҡ, III дәрәжә Дан, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, Жуков исемендәге, «Германияны еңгән өсөн», «Праганы азат иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Иҙрис Солтан улы һуғыштан һуң «Янғантау» шифаханаһында тракторҙа эшләй. 1961 йылда партия ойошмаһының сәркәтибе итеп һайлана.1986 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша.
Аделина САНЪЯПОВА,
Янғантау мәктәбенең
X класс уҡыусыһы.
Салауат районы.