

Вәли Сибәғәт улы фронтҡа 1941 йылдың ноябрендә алына. Илсе урта мәктәбе музейында Вәли бабайға арнап сығарылған альбомда шундай юлдар бар: «Беҙҙе Өфөнөң Дим биҫтәһенә алып барҙылар. Унда хәрби формирование булды. Һуңынан эшелондарға тейәп, фронтҡа оҙаттылар. Милләтем – башҡорт. КПСС ағзаһымын. Белемем – 4 класс. Өлкән сержант булдым. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем элемтәсе булып хеҙмәт иттем. тәүге көндәрҙә Брянск фронтының 3-сө армияһы составында Сталинградты обороналауҙа, Белая Калитва, Воронеж, Ворошиловград, Чернигов, Мозер, Калинкович, Владимир-Волынский, Ковель, Хольм, Люблин, Варшава, Лодзь, Познань, Тамошев ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаштым. Дон, Днепр, Прут, Буг, Висла, Одер йылғаларын кистем.
Һуғыштың бер ҡыҙған мәлендә элемтә өҙөлдө. Мине ҡурғаш ямғыры аҫтына, шул сымды тоташтырырға ебәрҙеләр. Сымдарҙы тоташтыра-тоташтыра барам. Минән алыҫ түгел ерҙә немец һалдаты ла сым тирәһендә ниҙер эшләп маташа. Мине күрмәй. Ҡоралымды тоҫҡап:
– Ҡулыңды күтәр! – тим.
Немец русса әҙ-мәҙ белгән булып сыҡты. Атмауымды үтенә. Үҙе йәп-йәш кенә инде. Бала ғына. Йәлләйем. Уны ла әсәһе илап оҙатҡандыр, тип уйлайым. Әсирлеккә алып, штабҡа алып ҡайттым. Был хәл Бранденбург янында булды.
Элемтәсе булыу беҙҙе сыныҡтырҙы. Пулялар ямғыры аҫтында ла, танктар өҫкә менеп килгәндә лә, самолеттар ер менән күкте тоташтырып, бомба яуҙырғанда ла һинең бурысың – сым тоташтырыу. Яу яланы һабантуй түгел, үлем менән күҙгә-күҙ осрашаһың. Әммә ҡурҡып-боҫоп ултырырға ярамай, сөнки меңдәрсә кеше яҙмышы өсөн һин яуаплыһың. Днепр йылғаһы аша нәҡ ана шундай хәлдә команда пунктына элемтә һуҙҙыҡ.
Хәҙер аптырайым, нисек һыуға батмағанмын?! Ә бит күпме яуҙашым Днепр төбөндә ҡалды. үҙемде бәхетле һанайым. Мин ҙур яралар алманым. Ваҡ яраларҙы һанға ла һуҡмайым».
Һуғышта Вәли Сибәғәтов II дәрәжә Ватан һуғышы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды азат иткән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.
М. Константиновтың үҙ ҡулы менән биргән 13 Рәхмәт хаты аша Кадиш, Бранденбург провинцияһын, Ландсберг, Мезеритц, Швибус, Цюллихау, Дойтч-Кроне, Меркиш-Фридланд, Бервальде, Темпельбург, Фалькенбург, Драмбург, Вангерин, Лабес, Фрайенвальде, Шифельбайн, Регенвальде, Керлин, Штаргард, Наугард, Белград, Трептов, Грайфенберг, Каммин, Гюлбцов, Бранденбург ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашыуы билдәле.
Һуғыш тамамланыу менән ҡайта алмай. Бары тик 1945 йылдың 25 сентябрендә генә демобилизациялана.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов: «Ҙур йылға инештәрҙән яралған кеүек, халҡыбыҙҙың бөйөк Еңеүе лә миллиондарҙың батырлығынан тыуҙы», – тип яҙа. Ауылдаштарымдың һәм Вәли Сибәғәтовтың бөйөк Еңеүҙе яулауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Йөҙ үлемде йөҙ мәртәбә еңеп, Тыуған илгә Еңеү яулап ҡайтҡан яугир әле лә онотолмай. Еңеү көнөнөң ҡәҙере кәмемәй, арта ғына бара.
Аделина ВӘЛИТОВА,
Илсе мәктәбенең
IX класс уҡыусыһы.
Учалы районы.