Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!

Ҡылған доғаларыбыҙ, изге уй-ниәттәребеҙ ҡабул булһын! Раббыбыҙ беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарҙы ярлыҡаһын, ҡылған изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, әжер-сауаптарын насип итһен.

Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!
Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!

 Һәр беребеҙгә хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, иман байлығы, ике донъя бәхете, күңел тыныслығы насип итһен.Ҡан-ҡойош туҡтап, махсус хәрби операциялағы яугирҙар тыуған яғына иҫән-һау  әйләнеп ҡайтһын, ил-көнөбөҙ тыныс,имен булһын ин шәә Аллаһ🤲. Изге йома көндө нимә эшләргә кәрәк? ✔️Йома өсөн ғөсөл алыу;

✔️ Тырнаҡтарҙы ҡырҡыу;

✔️Мисүәк менән ауыҙ ҡыуышлығын таҙартыу;

✔️Матур һәм таҙа кейемдәрҙе кейеү; ✔️Мисек һөртөнөү;

✔️ Мәсеткә иртәрәк барыу;

✔️ Имам-хатипҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ булған сафтан урын алыу (ләкин һуңға ҡалған кешенең, унан алда килгәндәрҙе этеп-төртөп, алдағы сафтарҙа үҙенә урын табырға тырышыуы ярамаған эш һанала);

✔️Имам-хатиптың йома хөтбәһен (вәғәзен) бер һүҙ ҙә өндәшмәй, шым ғына тыңлап ултырыу;

✔️ Аллаһҡа доғалар менән мөрәжәғәт итеү; ✔️ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә  күп итеп салауат-сәләмдәр әйтеү;

✔️ «Әл-Кәһф» («Мәмерйә») сүрәһен уҡыу.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас