Әбйәлил батырҙары

Мин үҙемдең олатайым Абдулхай Билалов тураһында һөйләргә теләйем. Ул  Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Ауылда VII класты тамамлағандан һуң Темәс педагогия училищеһында уҡый. Ҡырҙас, Ҡолғана ауылдарында математика фәненән уҡыта. 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Абдулхай олатайым Алыҫ Көнсығышта ете йыл хеҙмәт итә, моряк була. Аҙаҡ Япон һуғышында ҡатнаша. Карапта алты йыл моторист булып эшләй. 1951 йылда ғына тыуған яғына ҡайтып төшә.

Әбйәлил батырҙарыӘбйәлил батырҙары
Әбйәлил батырҙары

Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, олатайым Магнитогорск ҡа­лаһының Г. Носов исемендәге тау           институтында белем ала. Ошо мәлдә өләсәйем менән таныша. Учалы ҡыҙы Фираны тәү ҡа­раштан оҡшата һәм 1956 йылда өйләнешәләр. Өләсәйем Учалы ра­йонының Иманғол ауылында күп балалы ғаиләлә иң өлкәне була, бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Ул да Магнитогорск ҡалаһының педагогия институтын тамамлай. Олатайым комбинатта эшләй. Өләсәйем дә Магнитогорск ҡалаһында эш башлай. Мөхәббәт емештәре булып, ике ҡыҙ­ҙары донъяға килә.

1963 йылда йәш ғаилә Учалы ҡа­лаһына күсә. Абдулхай олатайым көндөҙгө һәм киске мәктәптә – математика  фәненән, Фира өләсәйем рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары була. Улар икеһе лә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Уҡыу­сылар алдында йыш ҡына сығыш яһайҙар.

Улар бар ғү­мерҙәрен балалар уҡытыуға ба­ғыш­лаған абруйлы, на­мыҫлы хеҙ­мәттәре төрлө награда менән бил­дәләнгән. Өләсәйем – Учалы ҡала­һының почётлы гражданы. Йыл да Еңеү көнө менән ҡотлап, Баш­ҡортостан Башлығынан тәбрикләү хаты килә.

Ҡыҙҙары икеһе лә ата-әсә юлынан барырға уйлап, өлкән ҡыҙы Лилә – химия, бәләкәйе Лена физика фәнен һайлай. Лилә инәйем хаҡлы ялға сыҡҡансы химия фәненән балаларға белем бирә, директор урынбаҫары була. Лена инәйем мәктәпте алтын миҙалға тамамлай, уҡытыусы һөнәрен һайлаһа ла, Өфө моторҙар етештереү заводында инженер булып эшләй. Ола­та­йым­дарҙың бер ейәне бар – Лена инәйемдең улы – Дмитрий. Ул Мәскәү ҡалаһының техник институтында уҡыған саҡта бер конкурста еңә, артабан уҡыуын Канадала дауам итә. Әле лә шунда йәшәп, ҡатыны менән бер ҡыҙ, ике малай тәрбиәләйҙәр.

Олатайым менән өләсәйем оло­ғай­ғас, ауылға килә алмайҙар ине. 2019 йылда олатайым үҙ ауылында ерләнде,  өләсәйем дә бер йылдан һуң, үкенескә күрә, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Илебеҙ ниндәй генә яу күрмәгән, быларҙың барыһы ла тарихта ҡанлы юлдар менән яҙылған. Өсөнсө йыл инде махсус хәрби операция бара. Һуғыш ҡор­бан­һыҙ булмай. әсәләрҙең күҙ йәштәре түгелә,  етем балалар һаны кәмемәй. Мин уҡыған гимназияла ла күпме уҡыу­сының аталары һуғышта, бик күптәре һалҡын гүрҙә. Ә хәбәрһеҙ юғалғандар күпме?

Көн дә иртән мин мәктәпкә килгәндә  стеналағы бер фотонан ғорур ҡарап торған ҡараштарға күҙ һалмайынса үтә алмайым.  Ул үткән юлдарҙан атлайым, ул йөрөгән ко­ридорҙан үтәм. Минең кеүек ул да шаярғандыр, ҡайһы саҡта бик етди ҙә булғандыр. Кем һуң ул? Ул – Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов. Һәр кабинетта булған Таһир Күсимов, Рәүеф Дәүләтов, Григорий Васёвтарҙың фотолары янына Тамерлан Илһамовтыҡы ла  өҫтәлде.

Мин батыр яҡташымдың тормош юлын бик ентекле өйрәндем. Әлбиттә, күңелдә төрлө тойғо: уның тормош, яу яланында күрһәткән батырлыҡтары менән ғорурланам, һоҡланам. Тыныс тормошта ғүмер итә алмауына үкенес тойғолары кисерәм. Уның да әллә күпме хыялы ҡалғандыр... Беҙҙең өсөн ғүмерен биргән, беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн башын һалған яугир алдында баш эйәм!  Күңелемә шиғыр юлдары килә:

Йондоҙ булып балҡының да,

Нур булып таралдың, Тамерлан!

Яҡты маяҡтай, һәр баланың

Йөрәгендә һин тамырлан...

 

Физәлиә ҒӘБИТОВА,

Таһир Күсимов исемендәге гимназияның

X «В» класс уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас