

«Башҡортостан геройҙары» программаһының ойоштороу комитетында белдереүҙәренсә, һайлап алыу турын үткәндәрҙең 95% – республикабыҙҙан. Ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше – 41, улар араһында өс ҡатын-ҡыҙ бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән «Башҡортостан геройҙары» республика программаһы 2025 йылдың 24 февралендә башланды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булып тора. Маҡсат – МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү.