Ҡарт олатайыма хат

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итәбеҙ. Беҙҙең бөгөнгө бәхетле тормош өсөн күпме кеше иң ҡәҙерле ғүмерен бирҙе. Әлегәсә яҙмыштары билдәһеҙҙәр ҙә күп. Оҙаҡ йылдар хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған минең ҡарт олатайымдың да яҙмышы 2009 йылда ғына билдәле булды.

Ҡарт олатайыма хатҠарт олатайыма хат
Ҡарт олатайыма хат

1912 йылда Көйөргәҙе районының Түбәнге Мотал ауылында тыуған Юлтаев Сәғит Ғибәтулла улы 1942 йылда һуғышҡа алына. Бер хаты ла килмәгәс, ҡарт өләсәй ҙә хат яҙа алмай, шулай итеп, бәйләнеш өҙөлә. Ҡатыны уны эҙләтә һәм ғаилә башлығының 1942 йылда  хәбәрһеҙ юғалыуын асыҡлай.

Ҡарт олатайымдың өйҙән сығып китеүенә 83 йыл тигәндә, мин, тыуасары Диана, уға хат яҙырға булдым. 

«Ҡарт олатай, һинең ҡайҙа һуғышыуың, яҙмышың оҙаҡ йылдар билдәһеҙ булды. Яуға оҙат­ҡанда 11 йәшлек кенә булған тәү­ге улың «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙҙы  ғүмер буйы һаҡлай. Шу­ныһы ҡыҙ­ғаныс: өс балаң, ҡа­тының һинең турала бер нәмә лә белмәй, күптән баҡыйлыҡҡа күс­те. Улар һинең турала хәбәрҙе зарығып көттө. 18 ейән-ейән­сәрең дә мәғлүмәт эҙләне, тик бәхет 2009 йылда бүләң Рәсүл Юлтаевҡа ғына йылмайҙы. Ул һинең 1944 йыл­дың 26 февра­лендә Көн­байыш Украинаның Луцк ра­йонындағы Гнидаво ауылын азат иткәндә батырҙарса һәләк булыуың, ошонда ерләнеүеңде  асыҡ­ланы. 7-се гвардия кавалерия диви­зияһының 27-се  полкында рядовой уҡсы булып һу­ғыш­ҡанһың. Курск, Белгород, Харьков, Киев, Житомир ҡа­лаларын азат итеүҙә ҡат­нашҡанһың.

Ҡарт олатай, ниңә бер хатың да килмәне икән? Бәлки, почтальон ут аҫтына эләк­кәндер, хаттар янғандыр, тип тә уйлайым. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, һаман ике  мил­лионға яҡын һалдаттың яҙмышы билдәһеҙ бит. Беҙ, ярай, һинең яҙмышты белдек, ә күпме кеше туғандарын һаман эҙләй...

Һинең бер фотоң да юҡ, шуға йөҙөңдө күҙ алдына килтерә  алмайбыҙ. Туғандар әйте­үенсә, ейәнең Юлай һиңә оҡшаған. Шуғамы икән, аралашҡанда гел һине иҫләйбеҙ. Киләсәктә, бәлки, фотоңды ла табырбыҙ. Юлай Ғәйзулла улы менән ғорурлана алаһың. Ул 1990 йылдан алып Күмертау ТЭЦ-ында шофер булып эшләй. Һөнәре буйынса республика кимәлендәге ярыштарҙа ла, спорт өлкәһендә лә уңыштар яулай. 2013 йылда Өфөлә уҙғарылған респуб­ликабыҙ энергетиктарының ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса спартакиадаһында өс саҡрымға саңғыла уҙышыуҙа I урын алһа, 2014 йылда 2-се булып килде. Баш­ҡортостан Рес­публикаһы Баш­лығы, Баш­ҡортостан Хө­күмәте Премьер-министры приздарына үткәрелгән республика саңғы спорты фестивалендә 2007 йылда өсөнсө урынға сыҡһа, 2010 йылда  икенсе урынды алды. 

Ейәнең Юлай экстремаль спорт ярыштарында ла уңышҡа ирешә. 2018, 2019 йылдарҙа «Мышы кеүек мыҡты» Бөтә Рәсәй экстремаль чемпионатында икенсе урын яуланы.  2020 йылда Әбйәлил райо­нындағы  «Урал легендаһы» спорт фести­валендә  25 саҡрымды беренсе булып йүгереп килде.  

2009 йылда «КамАЗ» водителдәре ара­һында  Өфөлә үткән «Һөнәри оҫ­та­лыҡ», 2015 йылда автобус йөрөтөүселәр ара­һындағы республика ярышында ла III урынды яуланы. Бөтә ғаиләһен дә спортҡа ылыҡтырҙы ейәнең. Күмертау ҡа­лаһында үткән   ғаилә ярыштарында ла Юлтаевтар беренселекте бирмәне. Мин интернет аша Луцк районы мәктәптәренең береһенә Гнидаво ауылы, туғандар ҡәберлеге тура­һында яҙып та ҡараным. Маҡ­сатым – һинең ҡәбергә барып, тыуған ерең тупрағын һалыу, рухың алдында баш эйеү ине. Тик донъя буталып китте, бөгөн Украина ерендә хәлдәр ҡатмарлы. Һинең бер туған ағайың Атаулла Ғибәтулла улының ейәне Марсель Юлтаев МХО-ла ҡатнаша, тыныслыҡ өсөн көрәшә. 

Ҡарт олатай, һин 1941 йылдың авгусында Атаулла ағайыңды һуғышҡа оҙатҡанһың. Уның тураһында ла яҙып үтәм. Харьков ҡалаһы өсөн ҡаты яраланғас, уны 53-сө армияның ҡарауыл ротаһына тәғәйенләйҙәр. 2-се Украина фронты составында Белгород, Полтава, Кременчуг, Будапешт, Бухарест ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, еңеүҙе Германияның Дрезден ҡалаһында ҡаршылай. Алыҫ Көн­сығышта ла һуғышырға тура килә. Ба­тырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була, Сталиндың рәхмәт хаты 12 тапҡыр бирелә. Уға 1945 йылдың ок­тябрендә һуғыштан иҫән ҡайтырға, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан ғәзиз тыуған ерендә эшләргә, ҡатыны менән биш бала тәр­биәләп үҫ­терергә насип була. 

Һин һуғышҡа киткәс тыуған ҡыҙың Рауза ла, 7 йәшлек булып ҡалған уртансы улың Фәйзулла ла, тәүге балаң Ғәйзулла ла эшһөйәр, тырыш булып үҫә, йөҙөңә ҡы­ҙыллыҡ килтермәй. Ҡыҙың һауынсы булып эшләй, Фәйзулла иген үҫтерә, Ғәйзулла һунарсы ла, «Мораптал» совхозы  Яҡуп бүлексәһенең йәшелсә баҡсаһында бригадир ҙа була. Үҙ хужалығында умарта   аҫрай, ҡауын, ҡарбуз үҫтерә.

Ҡарт олатай, һин 32 йәшеңдә генә Тыуған ил азатлығы, бәхетле киләсәк өсөн һәләк булғанһың. Бөгөн 11 ейәнең, 6 ейәнсәрең,  37 бүлә-бүләсәрең, 42 тыуа-тыуасарың бының өсөн һиңә рәхмәтле. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, дизайнерҙар, юристар, тәржемәселәр, нефть өлкәһе белгестәре, инженерҙар бар. Ике бүләсәрең сит илдә лә белем алды, береһе АҠШ-та уҡыны, икенсеһе – Францияла.

 Ҡарт олатай, ауылдаштарың хәтерендә һин оҫта гармунсы, моңло йырсы булып һаҡланғанһың. Был һәләтең балаларыңа ла күскән, Фәйзулла улың гармунда, ә Ғәйзулла баянда, тальян гармунда, аккордеонда уйнай. Ҡыҙың Рауза, өлкән улың матур йырлайҙар. Уларҙың тауышы яҙылған яҙмалар беҙҙә әле лә һаҡлана. 

Атаулла бабай ҙа, улдары Сә­мерхан менән Әмерхан да гармунда оҫта уйнаны. Әмерхан абзый һәүәҫкәр фотограф та ине. Ишек алдындағы өйөндә шәхси музей ойошторҙо, төрлө осорҙағы һуғыш ҡоралдарын ағастан үҙ ҡулдары менән эшләне. Сәмерхан аға­йыңдың улы Руслан Юлтаев – танылған кинорежиссер. “Өс хат”, “Сируси”, “Бәхет ҡошо”, “Сәк-сәк”, “Кластан тыш дәрес” фильмдарын халыҡ яратып ҡарай.

Бәләкәй генә ауылдан һуғышҡа төрлө йылда 27 кеше киткәнһегеҙ. Шуларҙың ун бише яуҙа һәләк була. Йәш шағир, Назар Нәжми, Мостай Кәримдәр менән бергә уҡыған Сабир Кинйәкәйҙең һәләк булыуы ҡыҙғаныс! Күпме шиғыр ижад ителмәй, әҫәрҙәр яҙылмай ҡала! Сабир Мөьмин улының бер туған ағайы Шәкир ҙә яуҙа башын һала.

Беҙҙе ғәфү ит, ҡарт олатай! Тыуған ауылыңды – Түбәнге Моталды һаҡ­лап ҡала алманыҡ. “Перспек­ти­ваһыҙ” мөһөрө баҫы­лып, ул 1986 йылда юҡҡа сыҡты. Ауылың тарих төпкөлөндә эҙһеҙ юғалмаһын, киләсәк быуынға ҡалһын тип, беҙ әле архивтан мәғлүмәттәр эҙ­ләйбеҙ. Киләсәктә китап сығарырға хыял­ланабыҙ. Башҡортостандың тәүге дикторы Марат Рафиҡов, Рес­пуб­ликабыҙҙа милли мәктәптәр ас­тырған Мө­хәмәтғәли Искужиндың тамыр­ҙары ошо ауылдан бит.

Ауыл урынына йыл һайын ҡай­табыҙ, Ҡойо ҡабағы, Иҫке ыҙма буйындағы шишмәләрҙе таҙарта­быҙ, былтыр йәй зыяраттағы боронғо таштарҙы фотоға төшөрөп, яҙыуҙарын уҡыныҡ. Ауылдың боронғо булыуын асыҡлаған, 1400 йылда уҡ ҡуйылған ташты таптыҡ.

Ҡарт олатай, бәлки, һин Юлтаев фа­милияһының кемдән башланғанын һөй­ләгәнһеңдер? Балаларың бәләкәй булғас, иҫендә ҡалмағандыр. Ә беҙ эҙләндек, үҙе­беҙҙең Ялан бөрйәндәре ырыуына ҡа­рағаныбыҙҙы тағы бер тапҡыр асыҡ­ланыҡ. Ата-бабаларыбыҙ Яйыҡ йылғаһы бу­йын­дағы Уҡлы Ҡарағайҙан 1734 йылда Ирәндек тауы итәгендәге Талҡаҫ күле эргәһенә килеп ултырған, һуңынан хәҙерге Федоровка районының Юлдаш ауылын ни­геҙләгән. Есаул, кантон ярҙамсыһы Төлкөсура етем ҡалған Юлҡотло туғанын ҡарап үҫтергән. 1854 йылда 70 йәшлек Юлҡотло Юлтаев (8-се быуын ҡарт олатай) бер нисә ауылдашы менән ошо Түбәнге Мотал ауылына күсеп килгән. 

Ҡарт олатай, һинең нәҫелеңде, ғүмер ебен лайыҡлы дауам итәбеҙ. Хатымда ҡайһы бер вариҫыңдың ғына эш һө­ҙөм­тәләрен яҙҙым. Күңелең тыныс булһын: тыуған еребеҙ – ышаныслы ҡулдарҙа! Беҙҙең өсөн һин һаман да тере. “Үлемһеҙ полк”та һин дә беҙҙең менән Еңеү көнөндә ҡатнашаһың! Был байрам – быуындарҙы бәй­ләүсе, тыныслыҡ өсөн көрәштең иң изге икәнен иҫбатлаусы байрам ул!

Ҡарт олатай, һиңә, яуҙа һәләк бул­ғандарҙың бөтәһенә лә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, илебеҙ хужа­лығын аяҡҡа баҫтырғандарға ла, еңеүгә ҙур өлөш индергән тыл батырҙарына ла ҙур рәхмәт! 

 

Диана НАРЕТДИНОВА,

“Гармония” исемле 1-се мәктәптең    IX класы уҡыусыһы.

Күмертау ҡалаһы.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас