+22 °С
Ямғыр


Аҡ болоттай бейек була алмам,
Ҡуйырһам да болот шикелле:
Ҡуйылығым ҡаралыҡҡа етеп,
Ергә тарта ауыр күңелем.
Ергә лә бит кәрәк болоттарҙың
Яҡынлығы ҡара сүрәттә:
Аҡ болоттар
йәшен йәшнәтмәй ул,
Аҡ болоттар күкте күкрәтмәй.
Улар ерҙе һуғара ла алмай.
Ҡара болот ҡына түгелеп,
Аунап илай ерҙең күкрәгендә –
Йомшаҡ була уның күңеле.
Бәхтейәр Хәлитов.
Юлай Кәримов фотоһы.