

Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе, педагог, "Йәйләү” лагерының махсус программаһы һәм "Тормош һабаҡтары" дәреслектәре авторы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Зәйнәб Биишева (2002), Рәми Ғарипов (2005) исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2023).
Уны ихлас күңелдән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.