"Бергәләп ришүәтселеккә ҡаршы!"

Ошо исем аҫтында РФ Генераль прокуратураһы халыҡ-ара йәштәр конкурсы үткәрә.

"Бергәләп коррупцияға ҡаршы!""Бергәләп коррупцияға ҡаршы!"
"Бергәләп коррупцияға ҡаршы!"

Конкурста ришүәтселеккә ҡаршы социаль рекламалар ҡатнаша.  Өс төркөмдәге (10-15 йәш; 16-20 йәш; 21-25 йәш) ҡатнашыусылар өс номинация буйынса социаль реклама әҙерләйәсәк.

Эштәр www.anticorruption.life һылтанмаһы буйынса конкурстың рәсми сайтында ҡабул ителә. Уларҙы 2025 йылдың 1 октябренә тиклем ебәреү мотлаҡ, ә конкурсҡа йомғаҡ, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләү Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә (9 декабрҙә) уҙа.

Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре, ҡатнашыу шарттары һәм баһалау критерийҙары тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән сайтта урынлаштырылған.

Фото: www.anticorruption.life

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас