Рәсәй - Вьетнам һөйләшеүҙәре

Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Вьетнам Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының Генераль секретары То Лам менән осрашты. Ул Рәсәйгә рәсми визит менән килгән ине.

Рәсәй - Вьетнам һөйләшеүҙәреРәсәй - Вьетнам һөйләшеүҙәре
Рәсәй - Вьетнам һөйләшеүҙәре

Халыҡ-ара консультациялар Владимир Путин менән То Ламаның тар составтағы әңгәмәһенән башланды, ә һуңынан ике ил делегацияһы ағзалары ҡатнашлығында рәсми иртәнге аш форматында дауам итте.

Һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса лидерҙар яңы этапта Рәсәй-Вьетнам мөнәсәбәттәренең төп йүнәлештәре тураһында берлектәге декларация ҡабул итте Улар ҡатнашлығында Вьетнам Компартияһы Үҙәк комитетының Генераль секретары Рәсәйгә рәсми сәфәре сиктәрендә ҡул ҡуйылған документтар менән алмашыу тантанаһы үтте. 

Бынан тыш, ике илдең лидерҙары киң мәғлүмәт саралары өсөн белдереүҙәр менән сығыш яһаны.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас