Алмағас сәскәһе

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Алмағас сәскәһеАлмағас сәскәһе
Алмағас сәскәһе

Алмағастар сәскә атты
Хуш еҫтәрен таратып,
Йәннәт баҡсаһында йөрөнөк
Хозурлыҡты яратып.

Алмағастың сәскәләре,
Хуш еҫтәрең сәс әле,
Үҙ туйында кәләш булып
Аҡ бөркәү япҡан мәле.

Алмағастың сәскәһенә
Бал ҡорттары ҡуналар,
Ап-аҡ ҡына сәскәһенән
Тәмле һуттар йыялар.

Алмағастар тажын ҡойғас,
Йәшел күлдәген кейер,
Сәскәләренә алмашҡа
Алмалар төймәләнер.

Баҡсалағы алмағастың
Алмалары алланыр,
Һиңә булған мөхәббәтем
Алмаларҙай балланыр.

Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас