Георгий Димитривтың көндәлегенең исем туйы үтте

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында «Георгий Димитровтың 1933-1941 йылдарҙағы көндәлек» китабының исем туйы үтте. Уны Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.

Георгий Димитривтың көндәлегенең  исем туйы үттеГеоргий Димитривтың көндәлегенең  исем туйы үтте
Георгий Димитривтың көндәлегенең исем туйы үтте

Исем туйын Мәскәүҙән килгән Рәсәй дәүләт гуманитар университетының докторанты, китапты әҙерләүсе Татьяна Зазерская асып, китаптың йөкмәткеһе менән таныштырҙы. Ул был проекттың Рәсәй, Болгария, Франция, Испания ғилми берләшмәһенең халыҡ-ара авторҙар коллективы хеҙмәтенең һөҙөмтәһе булып тороуын да билдәләне. Санкт-Петербург дәүләт университетының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты профессоры Анастасия Зотова Рәсәйҙә баҫылмаған көндәлектең фашизм менән көрәште яҡтыртыусы ҡиммәтле сығанаҡ булыуын билдәләне.

Әйткәндәй, Георгий Димитров XX быуат тарихында фашизмға ҡаршы көрәшкән, халыҡ-ара коммунистик һәм эшселәр хәрәкәте эшмәкәре. Әлеге донъя күргән китап 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сығарылған көндәлектең өлөшө булып тора, 1933 – 1941 йылдарҙы үҙ эсенә ала.

Көндәлектә ваҡиғалар 1933 йылдың 9 мартында Рейхстагты яндырыуҙа уйлап сығарылған ғәйепләү буйынса Германияла Димитровты ҡулға алыуҙан башлана һәм 1941 йылдың 22 июнендә тамамлана. Унда Димитровтың Лейпциг процесындағы тәртибе сағылдырыла, Коминтерндың нацизмға ҡаршы көрәште ойоштороуҙа, Европала Халыҡ фронттарын ойоштороуҙа һәм Коминтерндың Ҡытайға, Испаниялағы Граждандар һуғышында ҡарата айырым сәйәсәтен үткәреүҙә роле, шулай уҡ Икенсе донъя һуғышы Башы һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға тиклем Коминтерн сәйәсәте күрһәтелә.

 

 

АВТОР фотоһы. 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас