

Уны 2 июнгә тиклем үтергә мөмкин.
Һорау алыуҙың маҡсаты - бушлай юридик ярҙам күрһәткәндә килеп тыуған проблемаларҙы асыҡлау, уны күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу. Һөҙөмтәләре бушлай юридик ярҙамды үҫтереү һәм халыҡҡа уларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында мәғлүмәт биреү буйынса эште яҡшыртырға ярҙам итәсәк.
Йәмәғәт палатаһының һорау алыуы һәм тәҡдимдәр йомғаҡтары республиканың вәкәләтле дәүләт власы органдарына еткереләсәк.
Һорау алыуҙы үтергә бушлай юридик ярҙам күрһәтеүгә мохтаж булған, шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән граждандар, инвалидтар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, пенсионерҙар, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр саҡырыла.