

– Әсәй! Нишләп уятманың?
– Ана, үҙең уяндың бит.
– Һуңламаныммы икән?
– Юҡ, һуңламаның. Олатайың әле килмәгән.
Сабый сағынан яуаплылыҡ тойоп өйрәнгән Тамерлан сираттағы көнөн шулай сабырһыҙланып ҡаршы алды. Улар, иртәрәк ҡуҙғалып Кәтмәнде тамағына балыҡ ҡармаҡларға барырға, тип олатаһы менән кистән килешеп ҡуйғайны. Һай, шәп ҡаба бит унда! Балыҡтың ниндәйе генә юҡ! Ул көмөш-ялтыр сабаҡ тиһеңме, шырт сәнскеле алабуға менән матур ҡыҙылғанат булһынмы, уҫал ажау, аңра бурыш, шыйғалаҡ шамбы – барыһы ла бар кескәй генә шишмәнең Оло Ҡыҙыл йылғаһына ҡойған ерендә. Һирәкләп булһа ла елле суртаны ла килеп ҡапҡылай. Ә инде мыжғып йөрөгән ҡомоҡа хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Тамерлан уларын балыҡҡа ла һанамай кеүек. Эләккән берен һыуға кире ырғыта тора.
– Бесәйеңә күстәнәс алып ҡайтмайһыңмы ни, Там-Там улым? Бер нисә бөртөк ҡомоҡа булһа ла, – тип йылмая олатаһы. – Ул бит ифрат ярата балыҡты.
– Яратыуын яраталыр ҙа, тик йәл бит әле...
– Нимәһе йәл, аңламаным?
– Балыҡтар йәл, уларҙың да йәшәгеһе килә. Ҡара, нисек рәхәтләнеп йөрөйҙәр. Уйнаҡлайҙар ғына! Өҫтәүенә, уларҙың ғүмерҙәре ҡыҫҡа... Ҡомоҡа булһа ла, йән эйәһе бит. Хатта селәүсен дә йәшәү өсөн тырышып ята... ҡармаҡ емләгәндә...
– Ә былары?.. – бабай тигеҙ шешкә теҙелгән һимеҙ сабаҡтарға ишаралай. – Былары йәл түгелме?
– Былары бит үҙебеҙ өсөн. – Йөҙөнә ололарса етди ҡиәфәт алған малай ихлас яуаплай. – Өләсәй менән һиңә, атайға, әсәйемә, башҡа туғандарыма. Бесәйебеҙгә ни, таҙартҡандан ҡалғаны ла етә. Мыртый күп ашамай ул.
– Хаҡ әйтәһең, балаҡай, балыҡты ғына түгел, бүтәнен дә, тиккә исраф итергә ярамай. Башҡортта ризығы ла, башҡаһы ла беҙҙән һуң килгәндәргә лә ҡалырға тейешле.
– Үҙем дә шулай тим дә. Мин бит ысын башҡорт, олатай! – Ҡара, әле ҡасан ғына тәнтерәкләп, эләгә-йығыла беренсе аҙымдарын яһай башлаған ейәне бөгөн килеп, өлкәндәрсә һүҙ һөйләргә эшкинде. Эй-й, был ғүмер тигәнең! Ағын һыу. Эйе, ғүмер – ағын һыу.
Тамерланға инде илен-ерен ҡурсалар мәл дә етте. Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған егет һалдат кейемен тәү тапҡыр тулҡын-ланып та, ғорурланып та кейҙе. Эстән генә олатаһы өйрәткән ҡыҫҡа доғаны ла уҡып ебәрҙе: «Аллаһүммә салли ғәлә сәидинәәә... Кейем көйрәк булһын, ғүмер оҙаҡ булһын. Амин». Бандера исемле яуыз бәндәнең йүнһеҙ ейәндәре Рәсәй халҡына ҡаршы аҫтыр-тын яу асҡас, Тамерлан оҙаҡ икеләнеп торманы, хәрби килешеү төҙөнө лә тыуған ил, халҡы һаҡсылары рәтенә баҫты. Туғандары, яҡындары ныҡ хафа белдереүгә ҡарамаҫ-тан, ул ниәтенән кире ҡайтманы.
– Барыһы ла яҡшы булыр, хафаланмағыҙ, – тине. Күп тә үтмәҫтән тоғро һүҙле, ныҡыш холоҡло сержант Тамерлан Илһамовҡа, прапорщик дәрәжәһе биреп, расчет коман-диры итеп тәғәйенләнеләр.
...Ул көндә бөтәһе лә ҡәҙимгесә кеүек ине: мәле еткәс, ҡояш ҡалҡты, илһам-ланып, иртәнге ҡоштар сырҡылдашты, мәрәкә һүҙҙәр һөйләп, иптәштәре көлөштө. «Их, донъялар ошолай һәр саҡ тыныс ҡына торһа икән! – тип көрһөнөп ҡуйҙы уларҙы ситтән генә тыңлап ултырған командирҙары. – Ҡайһылай рәхәт булыр ине йәшәүҙәре!»
Ҡапыл... Сиреналар олорға кереште, оҙаҡ көттөрмәй ниҙер гөрһөлдәне, сыйылдап һыҙғырған тауыш ишетелде.
– Теге иманһыҙҙар тағы ҡуҙғалды! – тип ҡысҡырҙы Илһамов. – Расчет к бою! – Үҙе кузовына ракеталар урынлаштырылған КамАЗ-ының кабинаһына инеп сумды. Унда – идара итеү пульты. Тәүге «Хаймарсты» уңышлы ғына бәреп төшөрҙөләр. Унан икенсеһен, өсөнсөһөн... Ә үлем көҫәгән «ҡоҙғондар» оса ла оса. Уларҙы ҡырып һалыу өсөн ракеталары етһә ярай ҙа...
Ошо мәлдә эфирҙа өлкән командирҙың тауышы ишетелде.
– Кисекмәҫтән позицияны ҡалдырырға! Дошман һеҙҙе абайланы. Тиҙ булығыҙ!
Нисек инде позицияны ташларға?! Уларға өмөт бағлап, артта күпме ғәскәр тора. Уларҙы күрәләтә һәләкәткә дусар итергәме? Ни уйлай икән полковник?
Үлемесле алыш дауам итте. Нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, Илһамовтың расчеты позицияһын ташламаны. Сираттағы ҡорбандарын эҙләп, «Хаймарстар» оса, атып ҡына өлгөр! Өлгөрә алманылар... Дошман ракеталары бигерәк күп ине. Уларҙың береһе КамАЗ-дың эргәһенә үк төшөп ярылды. Бар ғаләмде ут солғап алдымы ни! Ялҡын, баҙлаған тимер киҫәктәре тәндәрҙе өттө. Машина ишеге селтәр кеүек булды. Ошо мәл Тамерландың күҙ алдынан тыуып үҫкән ауылы, селтерәп аҡҡан көмөш һыулы Кәтмәнде шишмәһе, шаулап ятҡан Ҡыҙылы, ауылды уратып баҫҡан тауҙары, яҙҙарын һалам көпшә аша татлы ҡайын һыуы һурыуҙары, йәй көндәре ярыша-ярыша һутлы еләк йыйыуҙары үтте. Әсәһе менән олатаһының борсоулы йөҙҙәре күренеп ҡалды.
– Нихәл, ысын башҡорт? – тип йылмайҙы олатаһы. Йылмайыуы һағышлы ине.
– Хәлдәр шәптән түгел әле, олатай, – Тамерлан көс-хәл менән яуап бирә алды. – Тәнем янып бара, йөрәгем һыҙлай, күңелем әрней. Һеҙҙең менән бергә-бергә тағы аҙ ғына йәшәйһе ине...
Ҡаһарман яугирҙың күҙҙәре әкрен генә йомолдо. Мәңгелеккә. Рәсәй Батыры Тамерлан Илһамов шулай мәңгелеккә юл алды. Яуҙаштары хаҡына үҙ ғүмерен йәлләп тормай, баһадирҙарса, ысын башҡорттарса һәләк булды. Ул онотолмаҫ! Уйнап үҫкән ауылының урам саңы, ғорур тауҙары, йүгереп уҙған туғай-болондары, тыуған йортоноң ихатаһы уның эҙҙәрен һаҡлар. Һил кистәрҙә, мал ҡайтҡанда ауыл малайҙары менән бергә уның да тауышы яңғырап торор. Ҡайғынан һығылып төшкән әсәһе уның иҫтәлегенә аят-доғалар бағышлар. Изге Ҡөрьән һүҙҙәре тереләрҙең ҡайғы-хәсрәтен, мәрхүм-дәрҙең ауыр тупрағын еңеләйтә. Бигерәк тә атай-әсәйҙең доғалары.
Тыныс йоҡо насип итһен һиңә, ҡаһарман! Ахирәттә балалыҡ юлдашың – яратҡан Ансар олатайың рухы менән осрашып, урынығыҙ йәннәт-тең иң түрендә булһын! Ере-һыуы, иле хаҡына баш һалған батырҙар ожмахҡа яуапһыҙ үтә, ти. Шулай була күрһен. Амин.
Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатының XI класс уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.