

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инициативаһы менән ойошторолған экологик өмәлә урындағы халыҡ, район ирекмәндәре ҡатнашты.
- Беҙ йыл һайын ер ҡарҙан әрселеү менән йылға буйҙарын таҙартып торабыҙ, шуға ла был сараға ихлас ҡушылдыҡ, - ти Амангилде ауыл мәҙәниәт һәм ял үҙәге мөдире Зифа Ҡужахмәтова, - йәйгеһен ял итеүселәр күп, ләкин таҙа ярҙы күргәс, улар ҙа бысратмаҫҡа тырыша. 2006 йылда беҙ республика конкурсында беренсе булып “Иң матур ауыл” исемен яулағайныҡ, шул исемде аҡлап йәшәйбеҙ.
- Аҙна һайын ауыл әүҙемдәре менән сығып, юл ситен дә таҙартабыҙ, - тип йөпләй уны Амангилде ауыл Советы хеҙмәткәре Минзәлә Низамова. – Ҡыштан һуң сүп-сар байтаҡ була, һуңынан әҙәйә. Тирә-яҡ таҙа булһа, тәү сиратта үҙебеҙ өсөн яҡшы бит.
Экологик сарала ҡатнашыусылар Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары буйлап ике йүнәлештә эшләне: Амангилде халҡы - буранғолдар менән, ә Рауил ауылы әүҙемдәре әбделмәмбәттәр менән бер-береһенә ҡара-ҡаршы килде. Йылға ярҙарын таҙартыу өмәһенә Дәүләт, Йәнгел ауыл биләмәләре халҡы ла үҙ өлөшөн индерҙе. Алдан уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаж тыңлап, тоҡ һәм бирсәткәләр менән ҡоралланған тиҫтәләрсә кеше 20 саҡрымдан ашыу араны йәйәүләп үтте, әммә зарланған һис кем булманы. Киреһенсә, барыһы ла күтәренке кәйефтә, оло кинәнес менән изге эште башҡарҙы. Алыҫ юлдан, махсус хәрби операция зонаһынан, ете көн йөрөп ҡайтҡан “Әбйәлилдең яҡшы кешеләре” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилиә Кузнецова әйтмешләй, мәрхәмәтлек акциялары мәлендә әллә ҡайҙан көс, энергия килә:
- Кисә генә ҡайтып еттек, ныҡ арытты, әлбиттә, йәш тә үҙенекен итә, һаулыҡ та юҡ, ләкин ошондай матур сарала ҡатнашыу – үҙе бер ҡыуаныс та ул, дәртләнеп йөрөлә. Гуманитар ярҙам алып барғанда ла, шулай бөтә ауырыуҙар онотола, көс арта.
Ул эштән айырылмай ғына нисек төркөмдөң ойошторолоуы, МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙар, “Әбйәлилдең яҡшы кешеләре” төркөмө ағзалары Гөлфирә Ноғоманова, Динә Солтанова, Ғәрифә Сафина, улы Артем, ҡыҙы Антонина тураһында, райондаштарының фиҙаҡәрлеге, ярҙам итергә әҙер тороуы хаҡында бәйән итә. Беҙҙә халыҡ берҙәм, ярҙамсыл, йомарт, тип фекерен йомғаҡлай: “Шул сифаттар менән беҙ көслө лә!”
- Беҙ ирем Фирғәт менән сыҡтыҡ өмәгә, - Гөлйемеш Өмөтҡужина тоҡҡа сүп-сарҙы тултырған ыңғайы яр буйын таҙартҡан иренә ымлай, - дүрт балабыҙ ҙа мәктәптә уҡый, ял көнө булһа, улар ҙа ситтә ҡалмаҫ, “ғаилә подряды” булып йөрөр инек әле.
Тоҡтарға төрлө ҡаптар, ҡалай һыра банкалары, пластик һауыттар, полиэтилен тоҡсайҙар, быяла шешәләр, дымлы салфеткалар, быяла ярсыҡтары – аяҡ аҫтындағы бөтә сүп-сар, ҡый осто. Улар йөк машиналарына тейәлеп, сүплеккә оҙатылғас, экологик акцияла ҡатнашыусыларҙы эҫе былау, тәмле сәй менән һыйланылар, һәр береһенә иҫтәлеккә "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең фирма жилеттары һәм бейсболкалары тапшырылды. Бынан тыш өмәне ойоштороусылар фотоконкурс тураһында иғлан итте. Шарттары ябай: "#КизилЖиви" тигән баннер фонында фотоға төшөп, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләргә һалырға кәрәк. Кем 7 майға тиклем күберәк ҡарау йыя, шуларҙы 10 мең һум күләмендә аҡсалата сертификаттар көтә.
Өмәлә шәхсән ҡатнашҡан “Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев һәр өмәсегә рәхмәт белдерҙе, сараның маҡсаты, бурыстары менән таныштырып, тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә ҡалһа, экологияға, тәбиғәткә уның тәьҫире, ятҡылыҡта эшләү алымдары, буласаҡ эш урындары хаҡында һөйләне, тирә-яҡ мөхиткә зыяны юҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Баҡыр рудаһының ябыҡ циклда табылып эшкәртелеүен, байытылыуын Томинск тау-байыҡтырыу компанияһы миҫалында күрергә була. Эшебеҙҙә тик заманса яңы технологиялар ғына ҡулланыла һәм Әбйәлил районының уникаль тәбиғәтенә зыян килтермәҫ өсөн барлыҡ саралар күреләсәк. Беҙ һәр һүҙебеҙҙе эш менән раҫлайбыҙ.
“#ҠыҙылЙәшә” тип аталған экологик өмә шуға дәлил булды.
А.Ғибәҙәтова.