Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан махсус хэштег булдырылды

2025 йылда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. Ошо уңайҙан социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыу өсөн #Победа80 асҡыс һүҙе - хештэгы булдырылды. Күркәм датаға арналған саралар шуның менән тамғаланасаҡ.

Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан махсус хэштег булдырылдыЕңеүҙең 80 йыллығы уңайынан махсус хэштег булдырылды
Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан махсус хэштег булдырылды

- Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүҙең логотибын раҫланды. Уға нигеҙ итеп Волгоградта Мамаев ҡурғанындағы «Ватан-әсә саҡыра!" монументы алынған, Георгий таҫмаһы, «Еңеү» һүҙе һәм «80» һаны ла ингән.

- Еңеүҙең 80 йыллығына арналған махсус брендбук әҙерләгән: https://may9.ru/Brandbook_Pobeda80.pdf

- Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы рәсми сайтында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иң яҡшы совет фильмдарын ҡарарға мөмкин: https://may9.ru/our-victory/movies/

- Йыл дауамында йыл темаһына арналған мәҙәни-күмәк саралар патриотик характерҙа буласаҡ. Федераль һәм төбәк кимәлендә Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының тарихи хәтерен һаҡлауға һәм батырлығын мәңгеләштереүгә арналған проекттар ойоштороласаҡ.

- 2025 йылда ике ҙур Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале үтәсәк: "Еңеү салюты» һәм "Бергәләп беҙ – Рәсәй". Юбилейлы йыл саралары планында «Георгий таҫмаһы» һәм «Үлемһеҙ полк» акциялары, «Еңеү Диктанты» мәғрифәтселек проекты бар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас