Бер ғаиләнең ғибрәтле яҙмышы

Йылайыр районында Һаҡтау тигән бәләкәй генә ауыл бар. Ул ҡуйы урман, ҡаялы тауҙарға һыйынып ҡына ултыра. Бында Һаҡмар, Йылайыр, Бараҡалтиле йылғалары аға. Тап ошо ауылда 1877 йылда ҡартатайымдың ҡартатаһы Сәйетғәле Мөхәмәтхаким улы Ғәниев тыуған. Уны бик уҡымышлы, диндар кеше тип хәтергә алалар, ғәрәпсә яҙылған китаптарын һаман да ҡомартҡы итеп һаҡлайбыҙ.

Бер ғаиләнең  ғибрәтле яҙмышыБер ғаиләнең  ғибрәтле яҙмышы
Бер ғаиләнең ғибрәтле яҙмышы

Һаҡтау ауылы кешеләре ат арбаһына иген тейәп, Ырымбурға тиклем 100-әр саҡрым араны үткәндә Сәйетғәле ҡартатай Ҡөрьән аяттарын көйгә һалып, яттан һөйләп барыр булған. Ҡартәсәйебеҙ Бибифатима Харис ҡыҙы менән намаҙ  уҡығандар, ураҙа тотҡандар.

Сәйетғәле ҡартатай 1904 – 1905 йылғы рус-япон һуғы­шында ҡатнашҡан. Яуҙа күр­һәткән батырлығы өсөн исем­ле көмөш сәғәт һәм 11 япон һалдатын бер үҙе әсирлеккә алғаны өсөн алтын Георгий тәреһе менән бүләкләнеп, һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан.

1914 йылда беренсе донъя  һуғышы башлана. Ике бала атаһы Сәйетғәле Мөхә­мәт­хаким улы Рәсәй армияһы составында Германияға ҡар­шы тағы ла һуғышҡа алына. Был яуҙа ла һынатмай. Мәргән атыусы ла, оҫта тәржемәсе лә булған ҡартатайыбыҙҙың ба­тырлығы икенсе Георгий тәреһе менән билдәләнә.

Немецтарға ҡаршы ҡаты алыш­тарҙың береһендә йө­ҙәрләгән һалдаттың ғүмере өҙөлә, күптәр әсирлеккә төшә. Улар араһында контузия алған Сәйетғәле ҡартатайым да була. Яралары уңала биргәс, ул Австриялағы фермер хужа­лығына эшкә ебәрелә. Эш рәтен белгән уңған башҡорт хужаның ышаныслы уң ҡу­лына әйләнә. Фермерҙың Ирма исемле һылыу ҡыҙы уға ғашиҡ була һәм ҡыҙҙың ата-әсәһенең ризалығы менән улар бергә йәшәй башлай. Ике улдары донъяға килә.

Беренсе донъя һуғышы тамамлана. Үҙ ерен ныҡ һағына ҡартатайыбыҙ, тыуған Баш­ҡор­тостанын ҡайтып күргеһе килә. «Туғандарымды кү­рермен дә, һиңә, уландарыма кире әйләнеп килермен!» – тип ант иткәндән һуң ғына ҡатыны илай-илай ризалыҡ бирә. Башҡортостанға ҡайтып, туғандарын, тыуып үҫкән ерен күреү бәхетенә ирешә һалдат, тик Германияға ҡабат барыр юлдары ябыла...

Һаҡтауҙа улар Бибифатима ҡартәсәй менән тағы ла ике улға, өс ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Оҫта һунарсы, умартасы Сә­йетғәле Мөхәмәтхаким улын яҡын-тирә ауылдарҙа мулла булараҡ та ихтирам итәләр. Уның тормошо бигүк еңелдән булмай. 1933 – 1934 йылдарҙа ғәзиз балаларын аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн һуғышта алған Георгий тәреһен күрше ауыл урыҫтарына ярты тоҡ онға алмаштырырға мәжбүр була...

1941 йылда фашистик Германия ғәскәрҙәре СССР-ға һөжүм итеп, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бәләкәй генә Һаҡтау ауылынан 45 ир-егет фронтҡа китә, 30-ы яу яланында ятып ҡала. Ҡар­татайымдың өлкән улы – һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа киткән Сәйфулла олатай Смоленск ҡалаһы янында башын һала. Тиҙҙән ҡартатайҙың икенсе улы Ғәйнуллаға ҡорал алырға сират етә. «Уландарым, һу­ғышта беҙҙең ил халҡы ла, Германия халҡы ла бик күпләп ҡырыласаҡ, ҡот осҡос фажиғә был!» – улдарын фронтҡа оҙат­ҡанда ҡарт яугир әсенеп ошо һүҙҙәрҙе әйтә. Австрияла ҡалған малайҙарын уйлап та йөрәге һыҙлағандыр инде... «Сәйетғәле ҡартатай 1961 йылда 84 йәшендә вафат була. Ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем дин юлынан тайпылмай, кешеләргә иман нуры таратып йәшәне», – тип хәтер­ләй уның ейәне Ғилман ҡартатайым.

Ғилман ҡартатайымдың атаһы Ғәйнулла Сәйетғәле улы бик ауыр ваҡыттарҙа Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1942 йылдың сен­тябрендә һуғышҡа алына. Ленинград өлкәһендә баш­ланған хәрби юлын Курск дуғаһы һәм Днепр йылғаһын аша сығыуҙа, Украина, Польша, Молдавия, Германияла барған ауыр алыштарҙа ҡатнашып тамамлай. Отделение командиры, өлкән пулёметсы, самолеттың слесарь-механигы, хәрби стрелогы була. Өс тапҡыр яралана. 1943 йылда Днепр йылғаһын аша сыҡҡандан һуң полк штабында данлыҡлы партизан отряды командиры Ковпак менән осраша. Ә 1944 йылдың декабрендә уға Георгий Жуков, Иван Конев кеүек легендар полководецтарҙы күрергә на­сип була. Ошо ваҡиғалар һүрәтләнгән кинохроникала уның самолет ҡанаты өҫтөндә торғаны күренеп ҡала. «Ба­тырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡа­ҙаныштары өсөн» миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә. Еңеү көнөн Зигендорф ҡалаһы эргәһендә хәрби аэродромда ҡаршылай.

Сержант Ғәйнулла Ғәниев 1945 йылдың көҙөндә Һаҡ­тауға ҡайта. Йылайыр районы мәктәптәрендә 40 йыл балалар уҡыта, үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе ҡурай, мандолина, скрипка, шахмат уйыны серҙәренә өйрәтә. Үҙе лә оҫта ҡурайсы булып таныла, район, республика ҡурайсылары менән бергә Өфө, Мәскәү, Ленинград ҡалалары сәхнәһендә сығыш яһай. Уның ҡурайҙа уйнаған яҙмалары Башҡортостандың радио-телевидение архивын­да, шулай уҡ беҙҙең ғаиләлә ҡомартҡы итеп һаҡлана.

Ғәйнулла Ғәниевтың исеме публицист һәм тирә-яҡ ауыл­дарҙың тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнеүсе булараҡ та билдәле. Уның үҙ ҡулы менән яҙған яу хәтирәләре Бөйөк Еңеүгә 50 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан» гәзитенең бер нисә һанында «Иҫтә ҡал­ғандар» исеме менән баҫылып сыға. Был яҙмаларҙың төп нөсхәһе беҙҙең ғаилә архивында һаҡлана.

1987 йылда Һаҡтауға яугир-ветеран менән осрашыу өсөн Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев кеүек кү­ренекле шағир- яҙыусыларҙың килеүе ауылда ҙур ваҡиға була. Ғәйнулла Ғәниев – Башҡор­тостан мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән абруйлы шәхес. Тормош юлдашы Мәф­түхә Сәлихйән ҡыҙы ла баш­ҡорт моңона ғашиҡ оҫта йыраусы була. 11 бала үҫтергән ата менән әсәнең иң ҙур хыялы бойомға аша: ғаиләлә юғары белемле авиация ин­женерҙары, нефтселәр, педагогтар, медиктар, журналис­тар, ауыл хужалығы белгестәре бар. Шуныһы ҡыуаныслы: нәҫелдәге уҡытыусылар ди­настияһының дөйөм хеҙмәт стажы 300 йылдан ашып китә! Ғәйнулла ҡартатайҙың уландары һәм күп ейәне ил ал­дындағы хәрби бурысын на­мыҫ менән атҡарырға тырыша.

Фронтовик, уҡытыусы, ҡу­райсы Ғәйнулла ҡартатайым  1996 йылдың көҙөндә вафат була, тыуған ауылында ата-әсәһе ҡәбере янында ерләнә. Былтыр март айында уның тыуыуына 100 йыл тулды.

Шулай ғибрәтле Сәйетғәле ҡартатай нәҫеленең яҙмышы. Уның  хаҡында мин хаҡлы ялдағы Ғилман ҡартатайым менән Лилиә ҡартәсәйемдән белдем. Улар икеһе лә иман юлында, тәбиғәтте яраталар, еләк, бәшмәк йыйырға әүәҫ. Ҡартатайым оҫта балыҡсы.  Былтыр ҡыш Өфөлә үткән конкурста «Ер быуында дауаланыу» ысулын күрһәтеп, Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Шәжәрәмде өйрәнгән саҡта мин күп нәмәне белдем һәм үҙемдең батыр, көслө ата-бабаларым өсөн ғорурлыҡ той­ғоһо кисерҙем. Оло быуындың күргән-кисергәндәре аша һу­ғыштың ни тиклем аяуһыҙ икәне күренә, күңелдә тыныс тормошта йәшәү теләге арта. Әлеге көндә барған һуғыш тиҙерәк туҡтаһын һәм гүзәл еребеҙҙә алһыуланып имен таңдар атһын ине!

Азалия ҒӘНИЕВА,

Баймаҡ ҡалаһы,

3-сө мәктәптең

XI класс уҡыусыһы.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас