Баймаҡ сәпидселәре финишҡа етеп килә!

Бөгөн, алтынсы көндә, спортсылар 72 саҡрым араны уңышлы үтте.

Баймаҡ сәпидселәре финишҡа етеп килә!Баймаҡ сәпидселәре финишҡа етеп килә!
Баймаҡ сәпидселәре финишҡа етеп килә!

Ауырғазы районының Нуғаҙаҡ ауылы аша барғанда улар урындағы мемориалда хәтер акцияһы яһаған. Аҙаҡ матур Аҡкүл буйында ялға туҡтағандар.

Был көндө сәпидле баймаҡтарҙы Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауылында йылы ҡабул иткәндәр.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов соцселтәр сәхифәһендә ошолай тип яҙған:

- Беҙ велоуҙышта ҡатнашыусыларҙың уңыштарына сикһеҙ шатбыҙ һәм уларға ихлас ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!

#Велопробег80летПобеды #Баймакскийрайон

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас