Ҡуйы ҡан хәүефлеме?

Күп кешелә ҡандың ҡуйырыуы күҙәтелә. Ул нилек­тән барлыҡҡа килә һәм сәләмәтлек өсөн хәүефлеме?


Ҡандың ойошоуы –  организмды күп ҡан юғалтыуҙан һаҡлаусы  бик мөһим процесс.  Ҡан ҡуйы, артыҡ шыйыҡ булһа ла кеше  ғүмере өсөн хәүефле.  Уның артыҡ ҡуйы булыуы  тромбтар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, шулай уҡ организмда барған күп кенә процесҡа кире йоғонто яһай.   
Ҡандың ойошоусанлығына, ғәҙәттә, бауыр  һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары йоғонто яһай, шулай уҡ ауырлы саҡта ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаны ҡуйырыуы ихтимал. Төрлө инфекция ауырыуы ла ҡандың ҡуйырыуына килтереүе мөмкин.  Шулай эскән дарыуҙарығыҙға ла иғтибар итегеҙ, улар ҡандың ойошоусанлығына булышлыҡ итмәйме икән? 
Ҡуйылығын нисек кәметергә? 

✔ Туҡланыу рационына һәм күпме кимәлдә һыу эсеүегеҙгә иғтибар итегеҙ. Ҡан ныҡ ҡуйы булғанда көндәлек рационға  мотлаҡ ҡыяр,  диңгеҙ кәбеҫтәһе, грейпфрут, помидор һәм диңгеҙ балығы индерелергә тейеш. 
✔ Ғәҙәти ҡара сәй урынына – мүк еләге сәйе, ә көн дауамында виноград һуты эсергә кәрәк. Ул тромбоциттарҙың әүҙемлеген 75 процентҡаса кәметергә ярҙам итер.
✔ Дегәнәк, ҡара бөрлөгән, сейә, мәтрүшкә төнәт­мә­лә­рен эсергә ғәҙәтләнегеҙ. 
✔ Шулай уҡ ҡыҙыл шарап та бик яҡшы ярҙам итә, әммә артыҡ күп эсмәгеҙ,  көнөнә бер бокал етә. 
✔ Ҡурай еләге ҡайнатмаһы бармы? Бик яҡшы! Уны көн һайын әҙләп ашағанда, ярты йылда ҡандың ойо­шоусанлығын кәметергә була.  
Ниндәй төнәтмәләр ярҙам итә? 

Иң киң таралғаны – каштан төнәтмәһе. 50 г каштан ҡабығын алып, ярты литр араҡы ҡойорға һәм ике аҙна төнәтергә. Әҙер булғас, ашарҙан ярты сәғәт алда 30 – 40 тамсы төнәтмәне һыуға һалып эсегеҙ. Алдан һыуға ҡушып әҙерләп ҡуйырға ла була. Төнәтмәне өс аҙнанан артыҡ эсергә ҡушмайҙар. Өс аҙна эскәндән  һуң, мотлаҡ бер аҙ туҡтап ял итеп алығыҙ. Кемдәрҙе гастрит, гипотония борсой, уларға был төнәтмә менән бик һаҡ булырға кәрәк. Ғөмүмән, уны ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.  
Имбирь төнәтмәһе лә ярҙам итә. Ҡырғыстан үткәрелгән имбирь тамырына бер семтем дәрсен (корица), бер балғалаҡ йәшел сәй ҡушырға һәм 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп,  яҡшы  ғына итеп төнәтергә. Һуңынан бал, лимон ҡушып, көн дауамында эсергә. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас