

Уны «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Таһир Бәхтегәрәев, Томинск һәм Михеевка тау-байыҡтырыу комбинаттары хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Улар сығарылыш класс уҡыусыларына таусы һөнәрҙәре хаҡында һөйләп, был йүнәлештә маҡсатлы белем алырға саҡырҙы, республикабыҙҙағы һәм күрше өлкәләрҙәге юғары уҡыу йорттарында уҡыу мөмкинлектәре менән таныштырҙы, үҙҙәре эшләгән предприятиеларҙа эшләү шарттары һәм социаль мөмкинлектәр хаҡында бәйән итте.
– Тау-байыҡтырыу сәнәғәте сеймал базаһы, продукция сығарыу менән бәйле, илебеҙҙең иҡтисадын, технологияһын үҫтерергә ярҙам итә. Беҙ бөгөнгө осрашыуҙарҙа сығарылыш класс уҡыусыларын ошо өлкәлә маҡсатлы уҡыу программаһы менән таныштырырға килдек. Әлеге ваҡытта геолог, маркшейдер, тау инженеры, тау электр механигы, тау механигы, эколог һөнәрҙәренә ихтыяж бик ҙур, киләсәктә улар беҙҙең предприятиеларға ла кәрәк буласаҡ. Ә иң мөһиме – сығарылыш класс уҡыусыһы беҙ тәҡдим иткән юғары уҡыу йорттарының береһендә һөнәр алғандан һуң, уны юғары технологиялы, экологик яҡтан таҙа предприятиеларға эшкә урынлаштырыу гарантиялана, – тине сығышында Таһир Тимербай улы.
Уҡыу йорттары менән эшләү бүлеге етәксеһе Виктория Михайловна Боско әйтеүенсә, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Томинск һәм Михеевка тау байыҡтырыу комбинаттары Өфө фән һәм технологиялар, Башҡорт дәүләт аграр университеттары, шулай уҡ Силәбе ҡалаһында Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник һәм Екатеринбург ҡалаһында Ураль дәүләт тау университеттары менән килешеү төҙөгән. Бында ҡыҙҙар һәм егеттәр «Асыҡ тау эштәре», «Маркшейдер эше геологияһы», «Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу», «Тау машиналары һәм ҡорамалдар», «Электромеханик ҡорамалдар», «Тәбиғәтте төҙөкләндереү һәм һыуҙы файҙаланыу» белгеслектәре буйынса маҡсатлы уҡый ала. Әлегә ошондай шәп мөмкинлек XI кластарға ғына тәҡдим ителһә, киләсәктә урта һөнәри уҡыу йорттары менән дә хеҙмәттәшлек булдырыласаҡ.
Осрашыу мәлендә Сибай ҡалаһынан Томинск тау-байыҡтырыу комбинатында эшләүсе Радик Абдрахманов уҡыусыларға маркшейдерҙарҙың нимә менән шөғөлләнеүен, эш урынында булдырылған уңайлы шарттар хаҡында һөйләне. Михеевка тау-байыҡтырыу комбинатының төп инженеры Александр Лунев та сығышы менән ошо ҡаланан. Ул үҙҙәрендәге техникумда белем алғандан һуң Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетында уҡыған.
– Һеҙҙең кеүек йәш ваҡытта мин дә, ҡайҙа уҡырға барырға икән, тип уйлана торғайным. «Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу» тигәндән нисектер ҡурҡа инем, ҡаты яңғыраған кеүек тойолдо. Һөҙөмтәлә бер ҙә улай түгеллеген үҙем 2005 йылда ошонда эшләй башлағас ҡына аңланым.
Эшебеҙ бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, гелән бер төрлө генә түгел. Михеевка тау-байыҡтырыу комбинатында баҡыр концентранты сығарып, металлургия комбинатына оҙатабыҙ.
Вахта менән эшләргә була. Йәшәү шарттары бик һәйбәт, заманса йыһазландырылған ятаҡтан урын бирелә, wi-fi ҙа бар, – тип һөйләне Александр Николаевич.
Ә Томинск тау-байыҡтырыу хеҙмәткәре Рәфҡәт Абдуллин – һөнәре буйынса механик, төрлө урында эшләргә тура килгән. Ул Өфөләге ҙур бер предприятиела вахта ысулы менән дә тир түккән.
– Отпуск ваҡытында осраҡлы ғына Томинск тау-байыҡтырыу комбинатына эләгеп, ҡарап сыҡҡас, заманса предприятиеға ғашиҡ булдым. Элек тау-байыҡтырыу предприятиеһы хаҡында бер ни ҙә белмәгәнмен икән, ентекләп аңлатып, күрһәттеләр.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ инде. Элек мин айына 80 мең һум эш хаҡы алып, ғаиләмә 50 – 60 мең һумын ғына алып ҡайта торғайным. Күп нәмәне үҙ иҫәбемә алырға, өҫтәүенә юлға ла аҡса кәрәк ине. Хәҙер ике аҙнала шул уҡ сумманы алам. Шарттар бик яҡшы, ятағы бик уңайлы, махсус кейем менән дә тәьмин итәләр.
Балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн беҙгә ошондай предприятие кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙ үҙ еребеҙҙе яратабыҙ, тәбиғәтебеҙ бик һәйбәт, әммә был ғына аҙ, тағы ла үҫешергә һәм аҡса эшләргә лә кәрәк.
Бөгөн баҡыр рудаһы ябыҡ циклда табылып, эшкәртелә һәм байытыла. Экологияға һәм кеше һаулығына бер ҙә зыянын, ҡурҡынысын күрмәйем. Производствола насар компонеттар юҡ, заманса технологиялар ғына ҡулланыла. Был өлкәне үҙем ныҡлап өйрәнгәс, шуны ышаныслы әйтә алам. Балаларҙы ла таусы һөнәренә уҡырға саҡырам, – тине ул.
Осрашыуҙарҙа сығарылыш класс уҡыусылары, студенттар тау һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныуын белдереп, һорауҙарына яуап алды. Улар, Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты эшләй башлағас,1500 кешегә хеҙмәт урыны булдырылыуы хаҡында ла хәбәрҙар булды. Был иһә йәштәргә, тыуған ереңдән ситкә китмәй, лайыҡлы эш хаҡы алып, донъя көтөргә, балалар үҫтерергә мөмкин бирәсәк.
АВТОР фотолары.