

«Ҡаҫмарт буйҙарынан ҡайнар сәләм! Үҙебеҙҙең «Йәшлек» гәзитен йәш саҡтан бирле алдырып уҡыйым. Бер ваҡытта ла былай ҡыҙығып конкурстарҙа ҡатнашҡаным юҡ ине. Самат Имелбаев быҙау бирә тигәс, ҡыҙығып киттем әле. Үҙебеҙҙең райондаш булғас, ниңә әле быҙауҙы әллә ҡайҙа ҡыуырға? Әйҙә районда ҡалдырайыҡ, тип фекер йөрөтәм.
Үҙем Ейәнсура районының Элмәле ауылында йәшәйем. Хаҡлы ялдамын. Хәҙер миңә 70 йәш. Гәзит ҡыҙыҡ һәм эстәлекле. Бик яратып уҡыйым», – тип яҙа Ейәнсура районынан Хәсән ағай Ҡарабашев.
Уның кеүек, һеҙ ҙә гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен беҙҙең редакцияға ебәреп, отош уйынында ҡатнаша алаһығыҙ. Шәп бүләктәр көтә. Ейәнсура районынан бағыусыбыҙ Самат Имелбаев быҙау ҙа вәғәҙәләне.
АВТОР фотоһы.