Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2025, 11:53

Яҡшы уйҙа бул, насар уйҙан һаҡлан!

Был кәңәштәр һәр беребеҙ өсөн дә бик файҙалы булыр. Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!  Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.  Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама.

Яҡшы уйҙа бул, насар уйҙан һаҡлан!Яҡшы уйҙа бул, насар уйҙан һаҡлан!
Яҡшы уйҙа бул, насар уйҙан һаҡлан!

Бел: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Һиңә яҙған һынауҙар һине барыбер бер нисек тә урап үтмәҫ, ә яҙмағандары иһә һиңә һис ҡасан ҡағылмаҫ. Шуға ла һәр нәмә өсөн алдан борсолоп, кәйефеңде төшөрмә.

 Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.

 Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың.

 Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла бының хаҡта күп уйлама.

 Яҡшы уйҙа бул, насар уйҙан һаҡлан. Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе.

 Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, Уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас