Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2025, 13:50

Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан патриотик сара үтәсәк

30 апрелдә СССР финанстар наркоматының халыҡ ополчениеһы 4-се дивизияһының хәрби дан урындары буйынса хәрби-патриотик марафоны үтә (12+)

Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан патриотик сара үтәсәкӨфөлә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан патриотик сара үтәсәк
Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан патриотик сара үтәсәк

Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын һәм СССР Финанс халыҡ комиссариатының 4-се халыҡ ополчениеһы дивизияһын ойоштороуҙың 84 йыллығын байрам итеүгә арналған.

Дәүләт ведомстволары вәкилдәренән тыш, марафонда юғары уҡыу йорттары студенттары һәм дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнашасаҡ.

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң ҡатнашыусылар флагтар һәм байраҡтар менән йәйәүләп Өфөнөң тимер юл вокзалы янындағы «Фронтҡа киткән яҡташтар» һәйкәленә барасаҡ.

Сара Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында башлана.

Фото: Альберт заһиров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас