Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2025, 05:00

“Һомай”ҙы урлағандар

Блогер Алексей Максимов “AY YOLA” төркөмөн Һомай трегын урлауҙа ғәйепләй.

“Һомай”ҙы урлағандар“Һомай”ҙы урлағандар
“Һомай”ҙы урлағандар

Ул республика етәксеһенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ялыу яҙып комментарий ҡалдырған. Уның һүҙҙәренсә, йыр Latin Vocal Flavours композицияһын хәтерләтә.

"Башҡаларҙың көйөн үҙләштергән өсөн беҙҙә хәҙер Башҡортостан республикаһының Атҡаҙанған артистары исемен бирәләрме? Элек артистар маҡтаулы исемгә лайыҡ булыу һәм уны алыу өсөн тиҫтәләгән йылдар сарыф иткән. Ә бөгөн нимә килеп сыға? Башҡаларҙың көй өлгөһөн алып, уға һүҙ яҙып, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәй йырлап, донъя буйлап хайп йыйғанндары өсөн биҙегеҙме юғары исемде?” – тип яҙа ул.

“AY YOLAмузыкаль коллектив продюсеры Руслан Север ғәйепләүҙәргә комментарий бирҙе.

– Төркөмгә дәғүәләр еткерергә һәм урлауҙа ғәйепләү өсөн нигеҙ юҡ. Ахмаҡтарға көс түгергә, нимәлер аңлатырға тырышырға ваҡытым юҡ. Бигерәк тә ошондай "аналитиктар" ға, — ти ул.

 

Әйткәндәй, “AY YOLA” бар донъяны һелкетте һәм киң билдәлелек яуланы. Музыкаль төркөм менән һоҡланмау һәм дан ҡаҙанған талантлы йырсыларыбыҙ менән ғорурланмау мөмкин түгел. Яла яғыусылар һәм күрә алмаусылар күп булыр, әммә һеҙ бирешмәгеҙ! Афарин! Ижади үрҙәр һәм уңыштар һеҙгә!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас