Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2025, 10:00

«Тырыш кешеләр барҙа, ауылыбыҙ ҙа йәшәр!»

Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан  Ейәнсура районы Ибрай ауылының илһөйәр ир-егеттәре  Күрпәсәй тауындағы яҙыуҙы заманса итеп яңыртты.

«Тырыш кешеләр барҙа, ауылыбыҙ ҙа йәшәр!»«Тырыш кешеләр барҙа, ауылыбыҙ ҙа йәшәр!»
«Тырыш кешеләр барҙа, ауылыбыҙ ҙа йәшәр!»

–  Был эште Самат Ҡыҙрасов, Тәлғәт Аҡбутин, Айрат Иҙрисов, Илдар Ҡәҙербаев, Марат Дауытов, Илфат Ҡыҙрасов, Рамаҙан Усманов, Нурғәле Ҡолмөхәмәтов бик тырышып башҡарҙы. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Еңеү яулаған олатайҙарҙың яҡты иҫтәлеге өсөн изге эш эшләнегеҙ. Ил - йорт  имен, ауылыбыҙҙы йәшәтеүсе, тотоп тороусы ир - егеттәр һау - сәләмәт булһын!  Ауылыбыҙҙы йәмләп торған ошо изге эш , ауылыбыҙҙың  берҙәмлеген, тырышлығын, татыулығын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Һәр ваҡыт эште ойоштороусы, башҡарыусы ауылыбыҙҙың  старостаһы Нурғәле Әхмәҙғәле улы Ҡолмөхәмәтовҡа  оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Был уның тыуған ауылы өсөн тәүге генә эше түгел. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп эш башҡарҙы. Эшләй ҙә, эшләтә лә белә беҙҙең староста!

Шулай уҡ ҙур рәхмәтебеҙҙе өмәлә эшләп йөрөгән ир-егеттәргә, тәмле аштарын бешереүсе апайҙарға, еңгәйҙәргә еткерәм. Бына улар: Минибикә  Мырҙабаева, Рима Хәсәнова, Нурсилә Кусәрбаева һәм өйҙә бешереп ебәреүсе Асия Мырҙабаева, Миләүшә Ҡолмөхәмәтова. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер, аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын. Иҫән-һау булһындар! Бына шундай тырыш кешеләр барҙа,  ауылыбыҙ ҙа йәшәр! – тип хәбәр итә Ибрай ауылының китапханасыһы Сәүиә Ҡолмөхәмәтова.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас