Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2025, 14:30

Наза матур ҡыҙ бала...

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Наза матур ҡыҙ бала...Наза матур ҡыҙ бала...
Наза матур ҡыҙ бала...

НАЗА.

Һүҙҙәре.

Ҡыҙыл яулыҡтар бәйләргә
Ҡыҙыл яулыҡтарым бар
Ҡыҙыл яулыҡтар бәйләргә
Бик ҙур шатлыҡтарым бар.

Ҡушымта :
Наза, Наза,

Наза матур ҡыҙ бала

Наза уҡый, Наза яҙа,

Наза ударник бала.

Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары ла
Янып тора күҙҙәре
Янып тора күҙҙәре лә
Ударница үҙҙәре.

Ҡушымта:
Наза, Наза,
Наза уңған ҡыҙ бала
Наза уҡый, Наза яҙа
Уҡый торған замана.

Алыҫтарҙан йәйелеп ята
Беҙҙең колхоз ҡырҙары
Йырлай - йырлай эштән ҡайта
Беҙҙең колхоз ҡыҙҙары.

Ҡушымта :
Наза, Наза,
Наза матур ҡыҙ бала
Ударница, комсомолка
Һәр эштә алда бара!

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас