Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2025, 12:47

Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандан Регина һәм Илшат Лоҡмановтарҙы «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне. Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләнеПутин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне
Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне

«Благовар районында йәшәгән ғаилә башлығы Илшат Илдар улы крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Регина Римовна – тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы. Дүрт улдары бар. Асҡар, Ислам, Аслан һәм Илһам спорт менән мауыға, ижади, фәнни конкурстарҙа уңыштарға өлгәшә, яҡшы уҡырға һәм ата-әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә», тине ул Лоҡмановтарҙың татыу ғаиләһе хаҡында.

Башҡортостанда ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 45 ғаиләгә Рәсәйҙең дәүләт наградалары тапшырылды, – тип билдәләне министр.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас