Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2025, 14:54

Һин үҙендең офлайн майҙансығыңды таптыңмы?

26 апрель көнө, башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты ике форматта яҙып була: офлайн һәм онлайн. Онлайн яҙыусылар өсөн теркәлеү кәрәкмәһә, офлайн майҙансыҡтарҙа яҙыусылар bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә тейеш.

Һин үҙендең  офлайн майҙансығыңды таптыңмы?
Һин үҙендең офлайн майҙансығыңды таптыңмы?


Майҙансыҡтарҙың һаны бихисап, үҙегеҙ һайлағанын сайтта нисек табырға? Аңлатабыҙ.
1. bashdictant.ru сайтын асырға;
2. Офлайн формат бүлеген табырға;
3. "Ҡатнашыусыларҙы теркәү" төймәһенә баҫырға;
4. Инструкция буйынса кәрәкле мәғлүмәтте ҡулланып теркәлгән майҙансыҡтар араһынан кәрәклеһен һайлап алырға.

Диктантта осрашҡанға тиклем!
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас