

Хеҙмәт бурысын үтәү ваҡытында һәләк булған янғын һүндереүсегә һәйкәл Өфө ҡалаһы, Киров районының Цюрупа урамындағы 2-се янғын һүндереү бүлеге янында ҡуйылған.
Һәйкәл 2003 йылдың 29 апрелендә Янғындан һаҡлаусылар көнөнә ҡарата асылған. Мемориал янғын һүндергәндә һуңғы 50 йылда һәләк булған 47 янғын һүндереүсенең яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Һәйкәл баҡыр ҡыңғырауға янғын телдәре үрмәләүен сағылдыра. Ул мәрмәр стелланан тора. Ташта мәрхүм булған 47 янғын һүндереүсенең исеме яҙылған. Һәйкәлдең авторы- Хәниф Хәбибрахманов.
Юлай Кәримов фотоһы.