Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2025, 04:23

"Яңы ваҡытҡа көслө идеялар"

Ошо исем аҫтында үтәсәк форумға МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса идеялар ҡабул ителә

"Яңы ваҡытҡа көслө идеялар""Яңы ваҡытҡа көслө идеялар"
"Яңы ваҡытҡа көслө идеялар"

Быйыл идеялар биш йүнәлеш буйынса ҡабул ителә, шулай ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн проекттарға айырым иғтибар бирелә. Милли социаль инициатива номинацияһында айырым тема бар.

Бынан тыш, милли технологик инициатива сиктәрендә хәрбиҙәр үҙҙәренең идеяларын тректарға тапшыра ала: армия ихтыяждары өсөн әҙер граждан технологияларын ҡулланыу, МХО-лағылар ниндәй белем-күнекмәгә өйрәтә ала, граждан технологияларын ҡораллы көстәргә нисек тиҙерәк һәм еңелерәк индерергә, дрондарҙы яңыса ҡулланыу, фронт территорияһын энергия менән тәьмин итеү буйынса идеялар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас