Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2025, 05:30

Бессонов урамында ғаилә әсәһен юғалтҡан...

Ҡотоғоҙ осмаһын - һүҙ баш ҡаланың Октябрь проспектын "биҙәгән" һәм йәмһеҙ итеп һары төҫкә буялған һындар тураһында бара.  Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре арт-объектҡа һөжүм иткән йәш ҡоротҡостарҙы ҡулға алған.  

Бессонов урамында ғаилә әсәһен юғалтҡан...Бессонов урамында ғаилә әсәһен юғалтҡан...
Бессонов урамында ғаилә әсәһен юғалтҡан...

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн төндә Рәсәй ЭЭМ-ының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 7-се полиция бүлегенең енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре оператив хеҙмәтләндереү зонаһында ҡарағанда Бессонов урамында өс ҡыҙ һәм бер егеттең арт-объект статуяларының береһен һөйрәп алып киткәнен күргән. Улар уны йәшерергә тырышҡан.

Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, бәлиғ булмағандар - 2009 йылғы егет һәм 2006 йылғы ике ҡыҙ - арт-объектты емергән һәм әсә һынын һөйрәтеп ваҡиға урынынан алып китергә маташҡан.

Йәштәр полиция бүлегенә килтерелгән, улар менән профилактик әңгәмәл үткәрелә.
"ЧП" буйынса тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас