

Тәүҙә былтыр ҡалған сүп-тамырҙарҙан таҙартығыҙ. Көрәк осо менән ерҙе йомшартып сығығыҙ. Поликарбонаттарын кер һабыны менән йыуығыҙ. Унан һуң теплица ерен эшкәртергә була. Беренсеһе - киң таралған ысул - ерҙе бешекләү. Йәғни 60 градус ҡайнарлығында һыу һибәһегеҙ. 1 квадрат метрға 3 биҙрә һибергә кәрәк. Унан түтәлде полиэтилен пленка менән ҡаплап ҡуйығыҙ. Бөтә личинкалар, ҡорттар, бактериялар, бәшмәктәр үлә. Һыу 60 градус булырға тейеш. 100 градусты һипһәгеҙ, ерҙең файҙалы матдәләре ҡалмай. Ике көндән пленканы алып, марганцовкалы һыу һәм фитоспорин һибергә була. 100 гр фитоспоринға - 10 литр һыу. Башта 1 литр һыуҙа яҡшылап ебетегеҙ. Унан 9 литр һыуға шуны өҫтәгеҙ. Уның менән теплицаның бөтөн ерен йыуҙырырға ла була. Бынан һуң 7-10 көн үткәс, теплицаға нәмәлер ултыртырға була. Теплицаның тупрағын 4-5 йылға бер алмаштырығыҙ.