

Беренсе рецепт:
1 литр йылымыс һөткә 2-3 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1.5 балғалаҡ ҡоро сүпрә, 1 балғалаҡ тоҙ, 500 г иләнгән он һалып әсетергә. Ҡабарғас, 4-5 аш ҡалағы шыйыҡ май ҡойоп бутарға һәм ҡойорға.
Тағы ла бер еңел генә рецепт. Уныһын әсетергә кәрәкмәй.
Ярты литр кефирға 250 грамлыҡ ике стакан он, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 2-3 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр һалып, төйөрҙәре яҙылғанса туҡырға. Ярты балғалаҡ содаға 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп һүндергәс, тиҙ генә ҡамырға ҡойоп, бутап, 5-10 минут ял иттергәс, ҡойорға.
Тәмле булһын!