Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2025, 07:03

Радий Хәбиров студенттарҙың үҙидара лидерҙары менән осрашты

Яңыраҡ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Геном үҙәге асылғайны. Ул «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөлгән. Студенттарҙың үҙидара лидерҙары форумы барған көндө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың студенттар советы етәкселәре, юғары уҡыу йорттарының беренсел профсоюз ойошмаһы ағзалары, академик төркөмдәр старосталары менән тап ошонда осрашыуы ла юҡҡа түгел, төбәк етәксеһе республикабыҙҙа фәнгә һәм юғары фәнгә ҙур иғтибар бүленеүен күрһәтте.

Радий Хәбиров студенттарҙың үҙидара лидерҙары менән  осраштыРадий Хәбиров студенттарҙың үҙидара лидерҙары менән  осрашты
Радий Хәбиров студенттарҙың үҙидара лидерҙары менән осрашты

Сара башланыр алдынан журналистар менән блогерҙар өсөн Геном үҙәге буйлап экскурсия ойошторолдо. Иң тәүҙә Рәсәй фәндәр академияһының лабораторияһын – интеллектуаль геномика үҙәген ҡараныҡ.

– Интеллектуаль геномика – кешенең генетикаһы һәм геномикаһы өлкәһендәге алдынғы йүнәлеш, улар яһалма зиһен ярҙамында берләштерелгән. Беҙ төрлө генетик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәбеҙ, алынған мәғлүмәттәрҙе заманса ысулдар ярҙамында эшкәртәбеҙ.  Был беҙгә анығыраҡ һәм мәғлүмәтлерәк һөҙөмтәләр алырға мөмкинлек бирә, – тип һөйләне интеллектуаль геномика үҙәге етәксеһе Александра Станиславовна Карунас.

Унан эргәһендә генә урынлашҡан балалар инновациялар лабораторияһында булдыҡ. Бында мәктәп уҡыусыларына техник йүнәлештә белем бирелә. Беҙ килеп ингәндә ҡыҙҙар һәм малайҙар программалау менән мәшғүл ине. Башҡортостандың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгенең директоры Гөлнара Нурғәлиева әйтеүенсә, был лабораторияла мәктәп уҡыусылары бишенсе кластан шөғөлләнә ала. Һуңғы ваҡытта башланғыс кластарҙың да яңы материалды тиҙ үҙләштереүен күреп, бәләкәстәрҙе лә алырға булғандар.  

– Программалау һәм робот техникаһы нигеҙҙәрен үҙләштергән бала техник белем менән бәйле теләгән һөнәрҙе үҙләштерә ала, – ти директор.

 Геном үҙәгендә «Рәсәй йәштәре» грантын отҡан Екатерина Сарановаға  физика буйынса «Виртуаль ысынбарлыҡҡа сумыу» проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирелгән. Бында балалар виртуль күҙлектәр кейеп, мәсьәләгә сума. Күмәкләп физика буйынса мәсьәләләр ҙә сисәләр, улар барыһы ла уйын рәүешендә аңлатыла.

Геном үҙәге буйлап сәйәхәт тамамланғас, Радий Хәбиров менән осрашыу студенттарҙың һорауына яуап биреү рәүешендә дауам итте.

– Башҡортостанда һөнәри белем биреү һәм фәнни мөхиттең нисек үҫешеүен күрһәтеү өсөн һеҙҙе яңы Геном үҙәгенә йыйҙыҡ. Был йүнәлештәргә байтаҡ ресурстар һалабыҙ. Был майҙансыҡта Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөйбөҙ, унда йәштәр өсөн заманса уҡыу һәм ижади киңлектәр булдырабыҙ. Бында уңайлы шарттарҙа 4,5 мең кеше йәшәйәсәк. Был бик етди проект, – тине Радий Фәрит улы.

Ул һөнәри белем алыу өсөн егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың Башҡортостандың уҡыу йорттарын һайлауын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Элек республиканан бик күп йәштәр китте. Әле был күренеште үҙгәртә алдыҡ һәм беҙгә йыл һайын 4 мең 500 уҡыусы килә. Был – бик мөһим күрһәткес. Сығарылыш уҡыусыларының бер өлөшө Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙағы уҡыу йорттарын һайлауына ла ҡаршы түгелбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең республиканың студенттары менән дә бәйләнеште өҙмәйбеҙ, уҡып бөткәс, уларҙы республикабыҙҙа көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.  

Республика Башлығы шулай уҡ белем биреүҙе  ойоштороуҙа һәм йәштәрҙең шәхси сифаттарын формалаштырыуҙа студенттарҙың үҙидара лидерҙарының ролен юғары баһаланы. Ул Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы студенттарын һәм уҡытыусыларын  уҡыу йортоноң 95 йыллығы, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының хеҙмәткәрҙәрен һәм студенттарын факультеттың 35 йыллығы менән дә тәбрикләне.  

Осрашыу мәлендә студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарҙы бирҙе.  Улар студенттарҙың үҙидара лидерҙарының белем биреү программаларына ниндәй тәжрибәләр индереү мөмкинлеге, йәш журналистар өсөн мөмкинлектәр  менән дә ҡыҙыҡһынды,  төбәк етәксеһен «Йондоҙ менән көн» медиа-проектында ҡатнашырға саҡырҙы. Радий Хәбиров үҙе лә студенттарҙың үҙидараһында эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү буйынса ниндәй саралар күрелеүе хаҡында ла һөйләне.

Осрашыу һуңында ирекмәнлек менән шөғөлләнгән әүҙем студенттарға почетлы билдәләр ҙә тапшырылды.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас