Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2025, 10:30

Финалда ла уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында «Профессионалдар» һәм «Абилимпикс» чемпионаттарының төбәк этабында еңеүселәр һәм призерҙар тәбрикләнде.  

Финалда ла уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!Финалда ла уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!
Финалда ла уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!

Колледжда һөнәри кадрҙар әҙерләү буйынса «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, банк өлкәһе, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары һәм уҡытыусылары – һөнәри оҫталыҡ буйынса «Профессионалдар» һәм «Абилимпикс» Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәтенең төбәк этабында ҡатнашыусылар ҡатнашты.

Көн тәртибендә чемпионаттар үткәреү, унда студенттарҙың ҡатнашыуын ойоштороу, ярыштарҙың федераль этабына әҙерлек, яңы компетенцияларҙы тормошҡа ашырыу, практик әҙерлек һәм эксперт берләшмәһен булдырыу буйынса предприятиелар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре күтәрелде.

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттарҙың чемпионат хәрәкәтенә йәлеп ителеүен хуплай, тип билдәләнде. Быйыл колледждың 17 студенты чемпионаттың төбәк этабы призерҙары булды. Еңеүселәр, призерҙар һәм чемпионаттарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

Колледж студенттары – Рушан Фәйрушин («Сәй һәм ҡәһүә әҙерләү оҫталығы» компетенцияһы буйынса еңеүсе), Инвира Ғиләжева («Һатыусы-кассир» компетенцияһы буйынса еңеүсе), Дмитрий Смирнов («Сауҙа эше» компетенцияһы буйынса еңеүсе), Гөлнәзирә Сәйетова («Кондитер эше» компетенцияһы буйынса еңеүсе) Милли чемпионаттың финалында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.  Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов төбәк иҡтисады өсөн квалификациялы кадрҙар булдырыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн «ВТБ Банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Байрам», «Лемано Про» һәм «H2OCompany» компаниялары етәкселәренә рәхмәт белдерҙе һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 

 

 

Фото: Т. Аманов. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас