Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2025, 13:15

Полицияның ышаныс телефоны эшләй

Төбәктә БР буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны – 8 (347) 279-32-92 эшләй, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Полицияның ышаныс телефоны эшләйПолицияның ышаныс телефоны эшләй
Полицияның ышаныс телефоны эшләй

Ул Рәсәй граждандарының, сит ил кешеләренең һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙең енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар, шул иҫәптән РФ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡылынған хәбәрҙәрен ҡабул итеү һәм иҫәпкә алыу өсөн булдырылған.

Был ышаныс телефоны буйынса бөтә мәғлүмәтте дежур хеҙмәткәр ҡабул итә. Хәбәрҙәр көн һайын ведомство етәкселеге тарафынан ҡарала. Тикшереү һөҙөмтәләре ғариза биреүсегә почта аша ебәрелә. Айырым осраҡтарҙа, шулай уҡ документтар һәм материалдар тапшырыу тураһында һорау ебәргәндә, мөрәжәғәтте ҡарау ваҡыты оҙайтылыуы мөмкин. Әммә 30 көндән дә артыҡ түгел, был хаҡта бер үк ваҡытта мөрәжәғәт ебәргән гражданға хәбәр ителә.

‎ Фото: vk.com/mvdporespublikebashkortostan.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас