- Республиканың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға булды. Өфөнән Ау Yola этномузыкаль төркөмө "Homay" хиты менән донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында беренсе баҫҡыстарға күтәрелдн, — тип уртаҡлашты Радий Хәбиров. - Был йырҙы ижад иткән артистарҙың республикабыҙ мәҙәниәте хаҡына күп йыллыҡ эш тәжрибәһе бар. Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн ҡотлайым һәм рәхмәт белдерәм.
Юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн артистарға маҡтаулы исемдәр бирергә ҡарар ителде: Ринат Рамазановҡа — «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», Русланға һәм Адель Шәйхетдиновҡа — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы». Исемдәр артистарға тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ.