Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2025, 07:08

Ниһайәт, булдырҙылар!

“Салауат Юлаев” командаһы хәл иткес уйында еңеп, плей-оффтың икенсе раундына сыҡты

Яратҡан командабыҙ 4 апрелдә үҙ боҙонда  еңгәндән һуң, Новоси­бирскиҙағы алтынсы уйында “Себер” ҙе әллә ни этләнмәй генә отоп, тәүге раундты тиҙерәк тамамлар, тигән өмөт аҡ­ланманы.
Беҙҙекеләр кеүек, йыл да плей-оффҡа сыға алмағаң хужалар өфөләргә бик ныҡ ҡаршы тороп, уларҙы йыш хаталанырға мәжбүр итте. Һөҙөмтәлә барлыҡ легионерыбыҙҙы ла “баҫып”, тигеҙ составта ла, күпселектә лә, әҙселектә лә Александр Самоновтың ҡапҡаһына биш шайба индереп, еңеүҙе тартып алдылар.
Командабыҙ үҙ тарихында 30(!) се­кундта ике шайба үткәртеп, бөтөнләй аптыратты. Бер осорҙа дүрт шайбаны тота алмаған Самоновты Семен Вязовойға алмаштырыу ҙа ярҙам итмәне.
Өҫтәүенә, был уйында иң шәп бом­бардирыбыҙ Джошуа Ливо йәрәхәтләнде. Унан алдараҡ Нейтан Тодд сафтан сыҡ­ҡайны.
Туҡтауһыҙ тәртип боҙғас, уйындың һөҙөмтәһе насар буласағы билдәле инде.
Ошо еңелеүенән һуң, “Салауат” көйәр­мәндәренең байтағы, былай булғас, эш хана, тип өмөтһөҙлөккә бирелде. Ә инде уға ихлас күңелдән ышанған ысын көйәрмәндәр Өфөләге хәл иткес уйынға ҙур өмөт бағланы.
Үҙен яратҡан халыҡтың нервыларын ара-тирә ҡуҙғытып, борсолдороп алһа ла, юлаевсылар “Өфө-Арена”ла һәр саҡ еңергә тырышып уйнай һәм еңә лә. Етенсе уйында ла тап шулай булды. Егеттәребеҙ, шөкөр, һынатманы: бар көсөнә ҡаршылашҡан “Себер”ҙе төп ва­ҡытта 2:1 иҫәбенә еңеп, Виктор Козлов етәкселегендә өсөнсө йыл тигәндә тәүгә КХЛ плей-оффының икенсе раундына сыҡты. Афарин!
Алда беҙҙекеләрҙе тағы ла көсөр­гә­нешле уйындар көтә. Уларға уңыш теләп, яҡшы һөҙөмтәгә ирешерҙәр, тип ыша­набыҙ.
Әйткәндәй

КХЛ-дың Директорҙар советы 2025/2026 миҙгелдә хоккей буйынса ил чем­пио­натында ҡатнашасаҡ командаларҙың исемлеген билдәләне.
Улар: “Авангард” (Омск), “Авто­мо­билист” (Екатеринбург), “Адмирал” (Вла­дивосток), “Аҡ Барс” (Ҡазан), “Амур” (Хабаровск), “Барыс” (Астана), “Витязь” (Мәскәү өл­кәһе), “Динамо” (Минск), “Динамо” (Мәс­кәү), “Куньлун Ред Стар” (Пекин), “Лада” (Тольятти), “Локомотив” (Ярославль), “Металлург” (Магнитогорск), “Салауат Юлаев” (Өфө), “Северсталь” (Череповец), “Себер” (Новосибирск өл­кәһе), СКА (Санкт-Петербург), “Сочи” (Сочи), “Спар­так” (Мәскәү), “Торпедо” (Түбәнге Нов­город), “Трактор” (Силәбе), ЦСКА (Мәскәү).

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас