+22 °С
Ямғыр
Аҡ ҡайындар араһына,
Аҡ ҡайындар янына
Кереп киттең һин йүгереп,
Эй ҡағына-ҡағына.
Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең,
Һин аҡлыҡҡа күмелдең.
Күҙҙәремә һин үҙең дә
Ҡайын булып күрендең.
Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин -
Айыра алмай тик торам...
Яңылыш ҡайынды ҡосҡанмын,
Мин уны һин тип торам.
Юлай Кәримов фотоһы.