Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Төньяҡ Каспийҙан циклон Көньяҡ Уралға күскән һәм үҙе менән һалҡын һауа массаларын алып килгән. Шуға күрә 10-11 апрелдә республиканың күпселек өлөшөндә ямғыр һәм ҡар яуасаҡ. Урыны менән яуым-төшөм көслө буласаҡ.
«Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал", - тип һөйләне синоптиктар.
Ял көндәрендә һиҙелерлек йылытасаҡ, әммә ямғыр һәм ҡар дауам итәсәк. Тау йылғаларында яуым-төшөм арҡаһында һыу кимәле күтәрелеүе, йырҙаға сығыуы һәм түбәндәге урындарҙы баҫыуы ихтимал.