Илһам Илдар улы ошо ауылда донъяға килеп, IX класҡа тиклем Күҙәй мәктәбендә уҡыған. 2018 йылда Башҡорт аграр-технологик колледжында «ауыл хужалығы производствоһы мастеры» һөнәренә белем ала. 2018 йылдың 23 апреленән 2021 йылдың 26 апреленә тиклем РФ Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтә. Үткән йылдың 19 февралендә МХО-ла контракт буйынса хеҙмәт итә. Ошо уҡ йылды 1 апрелдә махсус хәрби операция барышында бурыстарҙы үтәгәндә һәләк була.
– Беҙҙең яугир үҙ ғүмерен хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Уның фиҙакәрлеге һәм батырлығы барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Мемориаль таҡтаташ асып, уның батырлығына хөрмәт белдерәбеҙ, – тип һәр береһе уны телгә алды.
Фото: Т. АМАНОВ.