КИЛӘСӘК
Киләсәкте, киләсәк ул, тиҙәр,
Киләсәкте тиҙәр, етәсәк.
Ләкин кем һуң беҙҙе
Киләсәккә алып киләсәк?
Ҡул ҡаушырып әгәр көтөп ятһаҡ,
Килерме икән беҙгә киләсәк?
Улай булһа, тик ҡалырбыҙ унан,
Ә киләсәк ары еләсәк.
Киләсәк бит үҙе килмәйәсәк,
Көтөп алмаҫ уны берәү ҙә.
Ул бит – көрәш, ус төбөндә һөйәл,
Ул – туҡтауһыҙ яныу, эҙләүҙәр.
Беҙ эшләйһе иртәгәгә ҡалһа,
Иртәгеләр ғәфү итмәҫтәр.
Киләсәкте беҙ бит килтерәбеҙ,
Киләсәк ул – бөгөн, иптәштәр!
Юлай Кәримов фотоһы.