Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2025, 06:15

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Өфөлә 61-се йәшендә Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар сәнғәт мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев ҡапыл вафат булды.

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙеБашҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе
Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Әхиәт Ғәйетбаев 1961 йылдың 10 ғинуарында Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Музыкаға һөйөү бала сағынан уҡ, тыуған мөхитендә һеңеп үҫкән: Әхиәттең атаһы скрипкала уйнаған, әсәһе башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған.
 
1970 йылдар аҙағында Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингән, унда билдәле ҡурайсы Ғата Сөләймәновта белем алған. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Баймаҡ музыка мәктәбендә уҡытҡан, бер үк ваҡытта «Ирәндек»халыҡ бейеү ансамблендә ҡурайсы-аккомпаниатор булып сығыш яһаған. Гастролдәр менән улар Советтар Союзының төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ Бельгияла, Италияла, Францияла һәм башҡа сит илдәрҙә сығыш яһаған.
 
1997 йылдан Әхиәт Ғәйетбаев Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары була, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбен етәкләй. Уның етәкселегендә уҡыу йорто яңы һулыш ала, юғары кимәлгә күтәрелә. Ғәйетбаев учреждениеға педагог, музыкант һәм халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың исемен биреүгә өлгәшә, ә 2020 йылдан мәктәп яңы бинаға күсә. Ул эшләгән осорҙа уғыу йортонда ҡурай, думбыра, торба, электрон музыка, эстрада вокалы кластары асыла, рус һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре һәм оркестрҙары, өлкән һәм кесе кластар хоры ойошторола.
 
2013 йылда 9-сы балалар музыка мәктәбе “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” конкурсы йомғаҡтары буйынса иң шәп музыка мәктәбе тип таныла, 2017 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы һәм ойошмаһы” конкурсының “100 иң яҡшы өҫтәмә белем биреү учреждениеһы” номинацияһында еңеү яулай.
 
“Музыка мәктәбе – минең тормошом. Беҙҙә хореография ла, сәнғәт һәм музыка фәндәре лә бар. Ошолар - йәшәйешемдең мәғәнәһе. Мин бик бәхетле кеше", – тип йыш ҡабатлар ине Әхиәт Ғәйетбаев... 
Ватандаштары уны тыуған республикаһының һәм үҙ халҡының ысын патриоты тип белә. Һөнәри эшмәкәрлегенән тыш, Әхиәт Ғәйетбаев Өфө ҡалаһының йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаштыа, үҙе тирәләй фекерҙәштәрен һәм яҡташтарын берләштерҙе.Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән Әхиәт Ғәйетбаев Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

📍Арҙаҡлы милләттәшебеҙ менән хушлашыу иртәгә, 10 апрелдә, 13.00 сәғәттә Баймаҡ районының Буранбай ауылында үтәсәк. 

https://vk.com/wall-109622739_91682

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас