Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2025, 11:06

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН

Тәҡдир

Донъялыҡтың күрҙек төрлө сағын:
Күрҙек һөйөнөсөн, нужаһын.
Рәхәтлеге тейҙе башҡаларға,
Беҙ күтәрҙек уның ыҙаһын.

Бына хиҡмәт: татымаһаҡ михнәт,
Ниҙер етмәгәндәй тормошта.
Ниндәйҙер бер уҫал тәҡдир ята
Көллөбөҙҙөң милли булмышта.

Әҙ-мәҙ генә тормош еңеләйһә,
Ысҡынғандай эстә тотҡалар.
Беҙҙең өсөн донъя йәмен юя,
Ер өҫтәндә ҡалмай толҡалар.

Ҡайҙа ауырлыҡ бар - башҡорт шунда,
Ҡайҙа башҡорт - шунда ауырлыҡ.
Еңеллектәр әллә түгел микән
Беҙ күтәреп йөрөй алырлыҡ?

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор: Юлай Кәримов
Читайте нас