Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2025, 08:56

Машинаңды газон йәки тротуарҙа ҡалдырма!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәһендә административ комиссияларға һәм район башлыҡтарына машиналарҙы тейешһеҙ урындарҙа ҡуйған ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлау буйынса эште көсәйтергә ҡушты.

Машинаңды газон йәки тротуарҙа ҡалдырма!Машинаңды газон йәки тротуарҙа ҡалдырма!
Машинаңды газон йәки тротуарҙа ҡалдырма!

Аҙаҡтан ул: "Тротуарҙарҙа, газондарҙа ҡалдырып китәләр. Әйҙәгеҙ, водителдәрҙе тәрбиәләйек. Беҙ бының менән көрәшәбеҙ ҙә көрәшәбеҙ. Ташландыҡ транспорт буйынса „тулҡын“ ебәрегеҙ. Бындай эш даими булырға тейеш. Административ комиссияларҙың эшен көсәйтегеҙ», — тип йөкләмә бирҙе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас