Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2025, 12:11

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" конкурсында ҡатнашып ҡал!

Уға ғаризаларҙы 15 апрелгә тиклем тапшырырға мөмкин.

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" конкурсында ҡатнашып ҡал!"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" конкурсында ҡатнашып ҡал!
"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" конкурсында ҡатнашып ҡал!

«Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсы «Тотороҡло сифат — ҡулланыусыларҙың ышаныс залогы» девизы аҫтында үтә. Уның төбәк этабында — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсында продукцияһы заманса талаптарға яуап биргән һәм һорау менән файҙаланған предприятиелар һәм эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.

Конкурсҡа халыҡ өсөн аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарын, производство-техник һәм башҡа продукцияны, шулай уҡ хеҙмәттәрҙе тәҡдим итергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостандың иң Яҡшы тауарҙары» конкурсы быйыл 25-се тапҡыр уҙғарыла. Тәүге тапҡыр ул 2001 йылда үткәрелгән. Конкурс комиссияһы рәйесе - премьер-министр Андрей Назаров.

Инфографика: конкурстың ойоштороу комитеты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас