

— Беҙ уны билдәләнгән ваҡыттан күпкә алдараҡ асабыҙ – эштәрҙе сентябргә тиклем тамамлау күҙаллана. Мәктәптә капиталь ремонт былтыр башланды. Ҡыйыҡ, фасад, инженер коммуникациялары, эске биҙәлеш, ашхана, спорт һәм тамаша залдары тәртипкә килтерелде . Уҡыу тағы ла уңайлыраҡ булһын өсөн йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алынды. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был программа буйынса республикала 146 мәктәп бинаһында ремонт тамамланған да инде. Быйыл - 35, шулай уҡ 2 балалар баҡсаһы һәм 2 колледж тапшырабыҙ. Федераль хеҙмәттәштәребеҙгә ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ. Башҡортостанда әле бер нисә тиҫтә йыл элек төҙөлгән уҡыу йорттары ҡала, улар күптән ремонтҡа мохтаж. Был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, — тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.