Был күргәҙмә махсус хәрби операция ваҡиғаларын яҡтыртыусы Башҡортостандың хәрби хәбәрселәренең эшенә арналған. Экспозиция төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 20 журналист хаҡында һөйләй. Улар араһында тәжрибәле хәрби хәбәрселәр ҙә, бер нисә тапҡыр ғына махсус хәрби операция биләмәһенә сыҡҡандар ҙа бар.
Милли музей филиалы мөдире Динар Зәйнуллин әйтеүенсә, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов менән осрашыуҙан һуң ошондай күргәҙмәне ойоштороу теләге тыуған.
– Журналистар алғы һыҙыҡтан дөрөҫлөктө еткерә, уларҙың эше айырым иғтибарға лайыҡ, – ти ул.
Күргәҙмәлә журналистарҙың фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре, яҙмалары һәм репортаждары урын алған, улар махсумс хәрби операция менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирә.
Фото: Т. АМАНОВ.